

Музыка - кешене һөйҙөртә лә,көйҙөртә лә алыусы, шатлыҡтарҙы белдереп, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итеүсе,кешенең хисе менән идара итеүсе изге көс ул. Ул балаларҙы матурлыҡ донъяһына алып инә, уларҙы ҡыҙыҡлы, тылсымлы көйҙәр менән таныштыра. Музыка аша ҡыҙҙар һәм малайҙар халҡыбыҙҙың мәҙәниәте менән таныша, музыкаль һәләттәре лә үҫә.Ошо маҡсат менән үткән сарабыҙҙа уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап биреп, "Йырҙы бел", "Был ниндәй көй?" , "Кем күберәк?" исемле уйындарҙа бик ихлас ҡатнашты. Үҙҙәре яратҡан йырҙарҙы бергәләп йырлап та алдылар.Балаларҙың әхлаҡи сифаттарын, күңел матурлығын тәрбиләүҙә ошо сарабыҙ аша ыңғай тәрбиәүи йоғонто яһағанбыҙҙыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Зөлфирә МЫРҘАҒОЛОВА, художество етәксеһе.
Бөрйән районы, Яуымбай ауылы.