

Дилә менән Рамаҙан Раевкала йәшәй, көҙгө каникул башланыу менән Сурай ауылында йәшәгән яҡындары янына ашҡынып килделәр. Туғандар бер-береһе өсөн өҙөлөп тора, һағынып осрашалар. Рушания менән Дилә быйыл беренсе синыфҡа уҡырға барҙы, Рамаҙан - алтынсыла, Рушан - туғыҙынсы синыфта. Үҙ-ара ныҡ татыу, дуҫ булған балалар өлкәндәргә ярҙам итешеп тә өлгөрә, йырлап-бейеп, күңел асып та алалар.
Каникулдарын бергә-бергә күңелле һәм файҙалы үткәргән был ҡыҙҙар һәм малайҙарға: "Афарин!" - тиергә генә ҡала.
Юлиә КИРӘЕВА.