

Улар араһында Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының VII синыф уҡыусыһы Искәндәр Мөхәмәтйәнов та бар ине. Таныш булығыҙ: был егет бәләкәй сағынан «Тамыр» студияһында йырлаған. Тырыш, әүҙем, өлгөр үҙе. Уҡыуҙа ла гел алдынғы. Ул «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. «Шаяниум» шаяндар һәм отҡорҙар бәйгеһендә ҡатнаша, үҙ командаһының лидеры ла.
Илһөйәр, телһөйәр, рухлы егеткә артабан да уңыштар теләйбеҙ.
З. ӘҘЕҺӘМОВА.