+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Төрлөһөнән
6 Ноябрь 2022, 18:05

Һынамыштар

7 ноябрҙә йондоҙҙар тоноҡ янһа, һауа торошо боҙола.

ҺынамыштарҺынамыштар
Һынамыштар

8 ноябрҙә  бәҫ төшһә, ҡарлы ҡышҡа ишара.

9 ноябрь ниндәй – май айы шундай.

10 ноябрь бәҫ төшһә,  һыуыҡ булыр, томан – епшек көнгә.

11 ноябрь – болоттар түбән йөҙһә, сатнама һыуыҡтар көтөлә.

12 ноябрь – ҡырпаҡ ҡар төшһә, ысын ҡыш оҙаҡ көттөрмәҫ.

13 ноябрь көн аяҙ икән, иртәгеһенә көн елле булыр.

14 ноябрь көнө ҡар төшһә, яҙ һыу күп булыр. Был көндө аяҡҡа бысраҡ эйәрә икән, һыуыҡтар булмаҫ.

15 ноябрь көнө  һыуыҡ булып, әтәстәр йырлаһа, көндәр йылыта.

16 ноябрь – мөрйәнән сыҡҡан төтөн ергә ауһа, алда йылы һауа торошо булыр.

17 ноябрь көнө еңелсә һыуыҡ икән, ҡыш һыуыҡ булмаҫ.

18 ноябрь ҡау яуһа, көҙгө культуралар уңышына ишара.

19 ноябрь көнө ҡар осһа, ҡыш ҡарлы килер. Әгәр был көндө ел булмаһа, тиҙҙән ысын һыуыҡтар башлана.

20 ноябрь – боҙ ҡатһа, тимәк, башҡа йылытмай.

21 ноябрь көнө  епшек ҡар яуһа, яҙ айҙары ямғырлы булыр.

22 ноябрь көнө иртәнсәк ағастарҙы бәҫ һырыған булһа, һоло уңыр. Ямғыр яуһа, бойҙай мул булыр.

23 ноябрь көнө томан ергә төшөп, сыпсыҡтар сырҡылдашһа, епшек ҡар яуыр.

24 ноябрь көнө һыуыҡ булһа, ике-өс көндән һауа торошо боҙолор.

25 ноябрҙә ваҡ ямғыр һибәләһә, кискә һыуытыр.


26 ноябрҙә сәүкәләр сырылдашһа, епшек көнгә.

27 ноябрь көн болотло йәки яуым-төшөм булһа, йәйҙең беренсе көндәре матур килмәҫ.

28 ноябрь көнө ятҡан ҡар, яҙға тиклем иремәй.

29 ноябрь көндө еүеш ҡар – буранға.

30 ноябрь көн ҡояшлы икән, ҡыш ҡояш менән әллә ни һөйөндәрмәҫ.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас