+29 °С
Ясно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
17 Ноября 2022, 05:20

Донъялар аҡҡа күмелһә...

Наилә ХӘМБӘЛИЕВА

 

Донъялар аҡҡа күмелһә,

Күңелем булыр ине.

Мөлдөрәмә тулып, ҡабат

Түгелеп булыр ине.

 

Ҡар бөртөгөн усҡа алып,

Һоҡланып булыр ине.

Ҡар һыуығы, тигән булып

Аҡланып булыр ине.

 

Күпереп ятҡан юрған буйлап

Эҙ һалып булыр ине.

Тамам бөтөн күңел менән

Ҡуҙғалып булыр ине.

Донъялар аҡҡа күмелһә...

 

Фото: denisjurin.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас