

Берәүҙәр ашханаға йүгерә. Дөрөҫ эшләйҙәр. Дәрестә асығып ултырырға ярамай.
Икенселәр бер ниндәй маҡсатһыҙ тегендә-бында сабып йөрөй. Был да кәрәк, хәрәкәттә – бәрәкәт, тиҙәр. Тик маҡстаһыҙ йүгергеләүҙәре генә маҡтаулы күренеш түгел.
Өсөнсөләр, буш ваҡыттан файҙаланып, китапханаға барып, уҡырға яңы әҫәр алырға тырыша.
Дүртенселәр, киләһе дәрескә әҙерләнеп, өйгә эшен ҡабатлай.
Бишенселәр ата-әсәләре, алыҫтағы дуҫтары, туғандары менән смартфондары аша хәбәрләшеп ала.
Алтынсылар яратҡан музыкаһын тыңлай.
Етенселәр... һигеҙенселәр... Ҡыҫҡаһы, тәнәфес ваҡытын һәр кем файҙалы итеп уҙғарырға тырыша.
Мәҫәлән, мәктәптә йәш хәбәрселәр түңәрәге эшләй икән, уның ағзалары ниндәйҙер темаға һөйләшеү үткәреү өсөн тәғәйен кешеләрҙән интервью алырға өлгөрә. Белем усағының үҙ телевидениеһы булһа, тәнәфес мәлендә ҡайһы бер сюжеттарҙы төшөрөргә ашыға. Бында бер кемде лә яһалма баҫтырып һөйләтергә тура килмәй, ә ысын ваҡиғалар барышы сағыла. Әйтәйек, кемдәрҙер шахмат уйнарға, икенселәр туп тибеп алырға яратһа – барыһы ла кадрға эләгәсәк. Мәктәптәге иң ҡыҙыҡ мәлдәрҙе төшөрөп алырға ла мөмкин. Бәләкәй синыф уҡыусылары менән ниндәйҙер уйын йәки ярыш ойоштороп, уларҙы сикһеҙ ҡыуандырыр инегеҙ. Етдиерәк өлкән синыфтарҙың илдәге хәл-ваҡиғалар, сәйәсәт тураһында фекер алышыуы ла донъяға ҡараштарын киңәйтер.
Ҡыҫҡаһы, тәнәфес бушҡа ваҡыт үткәреү мәле түгел. Һәр кем өсөн үҙ ҡыҙыҡһыныуы, шөғөлө, маҡсаты буйынса өҫтәмә мәғлүмәт алыу осоро ла.
Ә һеҙҙең мәктәптә тәнәфестәр нисек үтә? Үҙегеҙ был ваҡытта нимә эшләргә яратаһығыҙ?
Азамат МӘҺӘҘИЕВ,
Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.
Фото: telegra