

Килеп сыҡҡан хәл буйынса эпидемик тикшереүҙәр алып барыла.
Раҫланмаған рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, сысҡан биҙгәген 15 кеше йоҡторған.
Урындағы халыҡтың һүҙҙәре буйынса дистанцион уҡытыуға өс мәктәп күсерелгән. Ауыл биләмәләренең урманға яҡын урынлашыуы был ҡурҡыныс сирҙең таралыуына булышлыҡ итеүе мөмкин, тип билдәләйҙәр.
Сысҡан биҙгәге – насар эҙемтәләргә, атап әйткәндә, инвалидлыҡҡа, үлемгә килтереүсе бик яман ауырыу. Уға ҡаршы вакцинация юҡ, шуға күрә унан хәүефһеҙлек сараларын күреп кенә һаҡланып була. Шәхси таҙалыҡ ҡағиҙәләрен үтәү – иң яҡшы һаҡланыу сараһы. Йәғни ҡулды һәр ваҡыт һабынлап йыуырға, ялан ҡул сысҡандарға ҡағылмаҫҡа, ҡул йәрәхәтләнһә, яраһын шунда уҡ эшкәртергә кәрәк. Һыуҙы ҡайнатып ҡына эсергә, йәшелсә-емештәрҙе лә ашар алдынан ныҡлап йыуырға иренмәгеҙ. Еүеш сепрәк менән саңды һөртөп тороп, өйҙө лә таҙа тотоу мөһим. Был ябай ғына ҡағиҙәләрҙе һәр саҡ иҫтә тотоу – сәләмәтлектең төп нигеҙе.
Сығанаҡ: bashinform.ru
Фото: animalreader.ru