

Шул уҡ ваҡытта Шайморатов генерал, Александр Доставалов, Салауат Юлаев исемендәге батальондарҙа тупланған яҡташтарыбыҙҙы кәрәк-яраҡ, эске йылы кейемдәр, ойоҡбаштар, бейәләйҙәр, башлыҡтар, тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек һәм башҡа нәмәләр менән тәьмин итергә тырышалар. Уҡыусылар һалдаттарҙың рухтарын күтәрер өсөн хаттар яҙа, балалар баҡсаларындағы бәләкәстәр һүрәттәр төшөрөп ебәрә.
Уйлап ҡараһаң, хәлдәр хас та Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы кеүек. Тарих ҡабатлана икән. Яу йылдары ваҡытындағы кеүек, Донецк һәм Луганск республикаларынан эвакуацияланған етем балалар ҙа, йорт-ерһеҙ ҡалған мохтаждар ҙа килеп, һыйыныр урын таба. Беҙҙекеләр емереклектәрҙе тергеҙергә, юлдар төҙөргә, мәктәптәр һалырға, дауаланыуҙың ни икәнен белмәгән халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтергә бара.
Былар барыһы ла ихлас күңелдән башҡарыла. Кешеләр ауыр хәлдә ҡалыусыларға ярҙам ҡулы һуҙа.
Донъяны матурлыҡ ҡотҡара, тиһәләр ҙә, минеңсә, барыбер уны изгелек ҡотҡара.
Һәм тағы ла ирекмән тигән һүҙгә әйләнеп ҡайтайыҡ. Китап һөйөүселәр күренекле совет балалар яҙыусыһы Аркадий Гайдарҙың «Тимур һәм уның командаһы» тигән повесын, моғайын, беләләрҙер, уҡығандарҙыр. Ундағы геройҙар ҙа бит өлкән кешеләргә ярҙам итә. Рәхмәт өсөн дә, үҙҙәрен күрһәтергә теләүҙән дә түгел, ә мохтаждарҙы шатландырыу, изгелек ҡылыу өсөн башҡаралар уңған, тырыш балалар һәйбәт ғәмәлдәрен. Бөгөнгө ирекмәнлек хәрәкәте ана ҡайҙа барып тоташа. Беҙҙең халыҡ элек-электән бер-береһенә ҡарата ярҙамсыл булған: бура күтәрһенме, бесән сапһынмы, утын ташыһынмы, өй йыуһынмы, һуғым һуйһынмы – өмә яһап, күршеләренә, туғандарына, яңғыҙҙарға булышҡан, бар эштәрҙе лә бергә башҡарғандар. Шуға ла, ил төкөрһә – күл була, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер.
Бөгөн, илебеҙгә төшкән һынау осоронда, айырыуса кәрәк ирекмәндәр ярҙамы.
Тик һуңғы ваҡытта, бигерәк тә баш ҡалабыҙ Өфөлә, «Тимурсылар» тигән яҙыу менән йыйылышҡан кешеләрҙе йыш күрергә тура килә. Улар – ҡайҙа, кемдә ниндәй эш бар, шуларҙы башҡарырға теләүселәр. Ләкин бушҡа түгел, аҡсаға, йәғни ялланып. Бөгөнгө заманда, бәлки, бындай хеҙмәт тә кәрәктер. Сөнки ашығыс эшең булғанда, бер үҙең генә атҡарып сыға алмағанда әлеге кешеләргә ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин. Быға мин шәхсән ҡаршы түгелмен. Әммә «тимурсылар» тигән исем алыуҙарына һис кенә лә ризалаша алмайым. Тимурсылар – улар изгелек ҡылыусылар. Шулай булып күңелдәребеҙгә һеңеп ҡалған.
Әле лә тимурсылар хәрәкәте күп ауылдарҙа, шөкөр, йәшәп килә. Хәҙер балаларға өлкән ирекмәндәр ҙә ҡушылды. Шулай итеп, изгелек сылбыры дауам итә.
Ә һеҙҙә бармы тимурсылар, ирекмәндәр? Улар ниндәй эштәр башҡара? Һалдатҡа алынған ғаиләләргә ниндәй ярҙам күрһәтәһегеҙ? Изге ғәмәлдәрегеҙ хаҡында башҡаларға ла һөйләһәгеҙ, бәлки, улар ҙа һеҙҙән өлгө алып, тимурсы, ирекмән булып китер ине. Был эштәр – бөгөнгө заман талабы.
Азамат МӘҺӘҘИЕВ,
Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.
Фото: ufaved