

Балалар һәм өлкәндәр ҡышҡы тылсымсыға шиғыр һөйләй, уға хаттар тапшыра, фотоға ла төшә аласаҡ.
Өфө Ҡыш бабайы менән көн һайын көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 9-ға тиклем аралаша аласаҡһығыҙ. Резиденцияға бушлай инеү ҡаралған. Шулай уҡ бында боландар менән вольер, сауҙа палаткалары эшләй. Яңы йыл төнөндә, 31 декабрҙә, Урыҫ драма театры алдындағы майҙанда һәм Ҡыш бабай резиденцияһында киске сәғәт 8-ҙән төнгө 2-гә тиклем байрам программалары ойоштороу күҙаллана.
Сығанаҡ һәм фото: bashinform.ru