+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Төрлөһөнән
8 Декабрь 2022, 08:30

Афарин, Әйшә!

Ишембай ҡалаһындағы "Аҡбуҙат" башҡорт балалар баҡсаһының 5 йәшлек тәрбиәләнеүсеһе Әйшә Әхмәтйәнова "Минең тыуған яғым" төбәк-ара конкурсында "Ишембайым" йырын башҡарып, II урын яулаған.

Афарин, Әйшә!Афарин, Әйшә!
Афарин, Әйшә!

Ҡыҙҙың тауышы бик матур. Хәҙер ул төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша башлаған. Үҙен дә тамашасылар яратып тыңлай. Шулайҙыр, ҡарап тороуға ла һөймәлекле генә ҡыҙыҡай бит ул. Әйшәне  йырларға өйрәтеүсе йәш белгес, музыкаль етәксеһе Нурия Шайморат ҡыҙы Ғәлләметдинова ла маҡтауға лайыҡ. Бәләкәй ҡыҙҙың һәләтен күреп, ҙур сәхнәгә сығарып, ә уның беренсе сығышынан уҡ еңеү яулауы шатлыҡлы күренеш инде.

Әйшәгә һәм уҡытыусыһына уңыштар теләйбеҙ. Артабан да матур сығыштары менән тамашасыларын гел ҡыуандырып, яңы йырҙары менән сығыш яһарға яҙһын!

Афарин, Әйшә!
Афарин, Әйшә!
Афарин, Әйшә!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас