+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Төрлөһөнән
9 Декабрь 2022, 12:25

"Тамыр"ҙарҙан — оҫталыҡ дәресе

Бөгөн "Атайсал —  минең бәләкәй Ватаным" форумы сиктәрендә Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендәге Пионерҙар йортонда "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы мәктәп уҡыусылары өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ул мәктәп телевидениеһына арналды.

"Тамыр"ҙарҙан —  оҫталыҡ дәресе"Тамыр"ҙарҙан —  оҫталыҡ дәресе
"Тамыр"ҙарҙан — оҫталыҡ дәресе

Студия мөхәррире Татьяна Никитина ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе телевидение эше менән таныштырҙы, журналистика жанры, сценарий яҙыу оҫталығы, операторлыҡ эше, монтаж эшләү, тележурналист, телевизион тапшырыуҙарҙы алып барыу серҙәре хаҡында һөйләне.

Сара барышын яҡтыртыу өсөн уҡыусылар араһында хәбәрсе һайлау маҡсатында кастинг та ойошторҙолар. Һынауҙы Розалина Әйүпова уңышлы үтте. Ул бөгөн "Тамыр" телеканалы хәбәрсеһе ролен башҡарасаҡ. Әйткәндәй, Розалина Ҡырмыҫҡалы гимназияһында белем ала, "Тиктормаҫ" медиастудияһында шөғөлләнә.

Сығанаҡ һәм фото: karmaskaly-nov.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас