+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Төрлөһөнән
16 Декабрь 2022, 10:00

Бәхет өләшә "Бәхет"

Өфө балалар филармонияһында һәләтеңде үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Ниндәй генә түңәрәктәр юҡ унда! Бейеү, йыр, сәхнә оҫталығы менән шөғөлләнгең килһә – рәхим ит. Ошондай йүнәлештәрҙең береһе – йырсы Гөлсинә Мөхәмәҙиева етәкләгән “Бәхет” вокал студияһы.

- Беҙҙә 31 бала шөғөлләнә. Аҙнаһына өс тапҡыр осрашабыҙ, йырлау, сәхнәлә үҙеңде тотоу нескәлектәрен өйрәнәбеҙ, - ти Гөлсинә Әлмөхәмәт ҡыҙы. – Балалар, йәшенә ҡарап, бер нисә төркөмгә бүленә.

Студияның асылыуына йыл ярым ғына әле. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҙур уңыштар бар. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡала конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулап тора. Иң мөһиме – мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа шөғөлләнә бында. 

Ата-әсә, яҡындарына һөҙөмтәләрҙе күрһәтеү маҡсатында Яңы йыл байрамы алдынан студияла шөғөлләнеүселәр ҙур байрамға йыйылды. Сағыу сығыштар, матур костюмдар, моңло тауыштары менән әсир итте тамашасыларҙы балалар. Йырҙар бер нисә телдә яңғыраны. Ата-әсәләр үҙ сиратында Гөлсинә Әлмөхәмәт ҡыҙына рәхмәтен белдерҙе. Артабан да беҙгә бәхет өләш, “Бәхет!”

Лилиә МӘҮЛИТОВА.

Бәхет өләшә "Бәхет"
Бәхет өләшә "Бәхет"
Бәхет өләшә "Бәхет"
Бәхет өләшә "Бәхет"
Бәхет өләшә "Бәхет"
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас