+30 °С
Облачно
VKOKМакс
Төрлөһөнән
17 Декабря 2022, 07:30

Фәһемле осрашыу

Әбүбәкер мәктәбендә ауылыбыҙҙан сыҡҡан күренекле ир уҙаманы, совет армияһының отставкалағы подполковнигы, тарихсы, Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы  Билал Заһит улы Билаловтың ҡыҙҙары менән йылы осрашыу булды.

Фәһемле осрашыуФәһемле осрашыу
Фәһемле осрашыу

Солтан Ғүмәр улы, Билал Заһит улының (04.04.1933/08.12.2022) тормош юлы тураһында һөйләне. Уның тауышы яҙылған видеояҙманы күрһәтте.  Башҡорт дәүләт университетында урынлашҡан Мостай Кәрим музейының етәксеһе Нәфисә Билал ҡыҙы уның мундирын, наградаларын мәктәп музейына тапшырҙы. Ул беҙҙең музей өсөн ҙур ҡомартҡы булып тора. Уға бының өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Осрашыуҙың икенсе өлөшөндә Рәсәй рәссамдар берлеге ағзаһы, «Аҡбуҙат» республика балалар журналының биҙәлеш мөхәррире булып эшләп киткән, әлеге көндә Мәскәү ҡалаһында ижад итеп йәшәгән билдәле рәссам Сулпан Билал ҡыҙы үҙенең ижады тураһында әңгәмә үткәрҙе. Балалар өсөн яҙылған үҙе биҙәгән “Маха” китабы менән таныштырҙы һәм китапханаға бүләк итте. Һуңынан уҡыусылар менән оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

 "Cercani" компанияһының сәнәғәт юҫығы буйынса рәссам-дизайнерыГөлнара Билал ҡыҙы уҡыусыларға уҡыуҙарында уңыштар теләп, рәхмәттәрен әйтте.

Фәһемле, мәғлүмәткә бай осрашыу уҡыусылар күңелендә матур, яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы.


Сарьян БИЛАЛОВ, VII синыф уҡыусыһы.

Хәйбулла районы, Әбүбәкер мәктәбе.

Фәһемле осрашыу
Фәһемле осрашыу
Фәһемле осрашыу
Фәһемле осрашыу
Фәһемле осрашыу
Фәһемле осрашыу
Фәһемле осрашыу
Фәһемле осрашыу
Фәһемле осрашыу
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас