

Хәтерегеҙҙә булһа, йәйен "Медиайыйын" республика матбуғаты форумында "Аҡбуҙат" журналы хеҙмәткәрҙәре Донбасс балалары өсөн махсус проект булдырырға теләүҙәре хаҡында хәбәр иткәйне. Һуңғараҡ республика Башлығы Радий Хәбиров Донецк Халыҡтар Республикаһы башлығы Денис Пушилинға махсус рәүештә сығарылған баҫманы тапшырҙы.
Ә яңыраҡ журналдың икенсе махсус һаны донъя күрҙе. Ул 1943 йылда Луганск ерендә башын һалған генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған.
- Гуманитар ярҙам һалынған автомобиль бөгөн оҙайлы юлға сыҡты. Яңы йыл бүләге булып барған "Аҡбуҙат" журналы Луганск балаларының һәм ата-әсәләренең йөрәктәрен, күңелдәрен нурландырһын, йылытһын ине, - ти был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев.
Сығанаҡ ҙәм фото: mgazeta.com