+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
23 Декабря 2022, 10:10

Талҡан яратаһығыҙмы?

Талҡан — туҡлыҡлы, көс биреүсе, дауалау үҙенсәлектәренә эйә ризыҡ.

Талҡан яратаһығыҙмы?Талҡан яратаһығыҙмы?
Талҡан яратаһығыҙмы?

 Был милли ризыҡ менән туҡланған ата-бабаларыбыҙ быуын, умыртҡа һөйәге ауырыуҙарының ни икәнен дә белмәгән. Ысынлап та, уның файҙаһы бик күп шул. Талҡанды эшкәртеү өсөн организм артыҡ энергия сарыф итмәй, сөнки бойҙайҙың туҡлыҡлы матдәләренең запасы 90 процентҡаса ҡулланыуға яраҡлы әҙер формаға әйләнә: аҡһымдар — аминокислотаға, крахмал — глюкозаға. Шуға ла ул мейе үҫешенә яҡшы йоғонто яһай. Шәкәр диабеты менән ауырыусыларға талҡан файҙалы.
Ғөмүмән, талҡандың файҙаһы күп. Балаларға уларҙан тәмлекәс тә әҙерләргә була.
Талҡанға ҡуйыртылған һөт (сгущенка) ҡушып бутайһың да (үҙегеҙ самалағыҙ), унан йомроҡастар эшләгеҙ. Уларҙы кокос онтағында әүәләгеҙ. Әйткәндәй, кокос онтағы төрлө төҫтә һатыла. Талҡандан тәмлекәс татлы ла, файҙалы ла.

 

Сығанаҡ: hakmar.ru

Фото: kolbasa.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас