+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Төрлөһөнән
28 Декабрь 2022, 06:55

Кескәй дуҫыбыҙҙы ҡыуандырҙыҡ!

"Йәншишмә" гәзитен кескәйҙәр ҙә ярата ул! Ана, Өфө ҡыҙы ике йәшлек Аида Йосопова хатта сайтыбыҙҙа үткәрелгән «Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ» фотоконкурсында ҡатнашып, беренсе урынды эләктерҙе! Яңыраҡ кескәй дуҫыбыҙға матур бүләген тапшырҙыҡ. Ҡупшы ҡыҙыҡай түшелдеректе шунда уҡ тағып, ҡыуанысынан өйрөлөп-өйрөлөп бейеп тә алды. Эй, ихлас инде үҙе!

Кескәй дуҫыбыҙҙы ҡыуандырҙыҡ!Кескәй дуҫыбыҙҙы ҡыуандырҙыҡ!
Кескәй дуҫыбыҙҙы ҡыуандырҙыҡ!

Бәләкәс кенә булһа ла, бик һәләтле ҡыҙ ул Аида! Баш ҡалабыҙҙың 325-се балалар баҡсаһына йөрөй. Матур итеп йырлай, шиғырҙар һөйләй, үҙе шул тиклем илгәҙәк! Ә әлегә кескәй ҡыҙсыҡ Ҡыш бабай килеүен көтә, ата-әсәһе менән бергә шыршы ла биҙәп ҡуйғандар.

Аиданың был уңышы ҙур еңеүҙәрҙең башы ғына булһын. Бәхетле бала саҡ, яҡты киләсәк теләйбеҙ уға.

 

Кескәй дуҫыбыҙҙы ҡыуандырҙыҡ!
Кескәй дуҫыбыҙҙы ҡыуандырҙыҡ!
Кескәй дуҫыбыҙҙы ҡыуандырҙыҡ!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас