+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Декабрь 2022, 18:20

Хуш киләһең, Ҡуян йылы!

Тиҙҙән Юлбарыҫ йылы менән хушлашып, Ҡуян йылына аяҡ баҫасаҡбыҙ. Яңы йылды нисек, ҡайҙа ҡаршыларға күптән хәл иткән­һегеҙҙер инде. Шулай ҙа беҙҙең кәңәштәребеҙгә лә ҡолаҡ һалырға онотмағыҙ.

Хуш киләһең, Ҡуян йылы!
Хуш киләһең, Ҡуян йылы!

Ҡуян – йомшаҡ, наҙлы, бәрәкәтле йәнлек. Ул тыныслыҡ ярата. Шуға ла быйыл байрамды йортоғоҙҙа, ғаилә менән ҡаршы алырға кәңәш итәләр. Әгәр ҙә ҡайҙалыр ҡунаҡҡа барырға теләһәгеҙ, иң яҡын дуҫтарығыҙҙы, туғандарығыҙҙы һайлағыҙ. Шул саҡта киләһе йылығыҙ ҙа тыныс, именлектә үтер, йортоғоҙҙа изгелек, йылылыҡ хөкөм һөрөр, аңлашылмаусанлыҡтар бөтөнләй булмаҫ.
Ҡупшы шыршыҡайҙы ла, моғайын, күптән биҙәп ҡуйғанһығыҙҙыр әле. Ҡуянға тәбиғәт ныҡ яҡын, шуға күрә хуш еҫ бөркөп торған ысын шыршы ултыртҡан булһағыҙ, отасаҡһығыҙ. Әгәр ҙә өй түренә һатыу шыршыҡайы ҡунаҡлаған икән, ҡай­ғырмағыҙ. Уны ысын тубырсыҡтар менән биҙәй алаһығыҙ. Әйт­кәндәй, шыршыға ҡыҙыл, алтын төҫөндәге уйынсыҡтар элергә тырышығыҙ. Йыл хужаһы һынын да онотмағыҙ. Ул аҡ төҫтә бул­һа, тағы ла яҡшыраҡ: ғаиләгеҙгә именлек, тыныслыҡ алып килер.
Өҫтәл әҙерләгәндә лә шыршы ботаҡтары, тубырсыҡтар, шәмдәр ҡулланырға була. Ә бына табынға ҡуян, һыйыр ите, уларҙан әҙерләнгән ризыҡтар ҡуйыу ҡәтғи рәүештә тыйыла. Ҡуянды үпкәләтеп ҡуйыуығыҙ бар. Ҡош ите, балыҡ ризыҡтары менән һыйлана алаһығыҙ. Йомшаҡҡай йәшелсә яратҡас, өҫтәлегеҙҙә улар мул булһын. Айырыуса кишер, кәбеҫтә менән салаттар яһарға тырышығыҙ.
Ҡуян таҙалыҡ ярата. Шуға күрә байрам алды мәшәҡәттәренән арынып, йортоғоҙҙо тулыһынса таҙалап алырға ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Ул ғы­на ла түгел, Яңы йылды яҡты, матур, саф уйҙар, изге теләктәр менән ҡаршы алырға кәрәк.
Һайлаған төҫтәргә иғтибарлы булығыҙ. Ҡуян тыныс төҫтәр ярата. Сағыу кейемдәр һайламағыҙ. 2023 йылдың стихияһы – Һыу. Тимәк, зәңгәр, күк төҫтәргә өҫтөнлөк бирә алаһығыҙ.
Яңы йыл байрамында яҡындарыбыҙға бүләктәр бирергә күнеккәнбеҙ. Быйыл иһә йыл символы сувенирҙары, брелоктар, һауыт-һаба, йорт өсөн кәрәкле ваҡ-төйәк бүләк итергә була. Ә бына шампунь, һабын кеүек йыуыныу әйберҙәрен бирмәгеҙ. Ҡуянға был оҡшап бөтмәҫ.
Алда һанап үтелгән ырым, ышаныстарға һәр кем үҙенсә ҡарай инде. Берәүҙәр быға ышана, ҡайһылар бөтөнләй иғтибар ҙа итмәй. Әммә нисек кенә булһа ла, Яңы йыл ырыҫлы, бәрәкәтле бул­һын. Ҡуянҡай илебеҙгә тыныслыҡ, именлек алып килһен!


Юлиә КИРӘЕВА.

Фото: polzablog.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: