+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Декабрь 2022, 15:30

Ҡуян саҡырҙы ҡунаҡҡа

Аҡ хыялдар, уйҙар менән

Ҡуян саҡырҙы ҡунаҡҡа
Ҡуян саҡырҙы ҡунаҡҡа

Аҡ хыялдар, уйҙар менән
Килә елеп Яңы йыл!
Өмөт менән һәр кем көткән
Мөғжизәле мәлдер был!
Хуш киләһең, ап-аҡ байрам,
Төклө аяҡ менән кил!
Һаулыҡ, бәхет насип булһын,
Тыныс булһын беҙҙең ил!

Ысынлап та, шағирә Гөлнур Ҡыуатова әйтмешләй, һәр кем Яңы йылдан мөғжизә көтә, яҡшы ваҡиғалар ғына булырына өмөтләнә. Ике йыл рәттән ҡороғорвирус арҡаһында республика Башлығы Шыршыһы үткәрелмәгәйне. Был байрамда ҡатнашырға тейешле балаларға Яңы йыл бүләктәре район һәм ҡалаларҙа ғына тапшырылды.
Быйыл иһә республика мәктәптәренән уҡыу алдынғылары, олимпиада, конкурс, фестиваль еңеүселәре, шәп спортсылар, күп балалы ғаилә балалары, һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр Өфөгә йыйылды. Был иң ҙур Шыршы байрамына махсус хәрби операцияла ҡатнашыу­сыларҙың улдары, ҡыҙҙары ла саҡырылғайны.
Төрлө район, ҡала уҡыусыларын «Энергетик» балалар һауыҡтырыу үҙәгендә ихлас ҡаршы алдылар. Унда балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, дискотека, әлбиттә, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡатнашлығында күңелле тамаша ойошторолдо. Ә төп байрам «Баш­ҡорт­остан» дәүләт концерт залында булды. Тәүҙә уҡыусылар фойелағы шыршы янында Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, төрлө йәнһүрәт геройҙары менән бергәләп уйнап, рәхәтләнеп күңел асты. Шунан залға тылсымлы тамаша ҡарарға инделәр. Башҡорт­остан Республикаһының фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин балаларҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлап, изге теләктәрен әйтте.
– Ҡәҙерле балалар, мин һеҙҙең тырышыуығыҙҙы, яҡшы билдәләр алыуығыҙҙы һәм юғары уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе теләйем. Һеҙҙең һәйбәт уҡыуығыҙ көнбайыштың дошмандарса ҡылығына ҡаршы яуабығыҙ булырға тейеш. Үҙегеҙҙе, туғандарығыҙҙы, яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, уҡытыусыларығыҙҙы тыңлағыҙ, – тине ул.
Ә быйылғы әкиәттең төп геройҙары 2023 йылдың хужалары – Ҡуян менән Бесәй булды, шулай уҡ Ҡыш, Ҡар бабай, Башҡорт батыры, Мәскәй әбей, Батшабикә, яуыз сихырсы Черномор һәм, әлбиттә, Ҡыш бабай менән Ҡар­һылыу ҡатнашты. Ҡыш Яңы йыл фәндәренең тылсымлы академияһын асыр­ға ҡарар итә. Тик үҙенә эшкә бөтә геройҙарҙы ла алмай. Шунан китә лә инде бәхәс, талаш. Әкиәт геройҙары әленән-әле залдағы балаларға ла мөрәжәғәт итә, һорауҙар бирә. Һәр әкиәттәгесә, яҡшылыҡ яуызлыҡты еңә, дуҫлыҡ һәм татыулыҡ тантана итә. Тамаша геройҙары балалар­ға: «Тылсымды изге ниәттә генә ҡулланырға кәрәк», – тигән кәңәштәрен әйтә.
Баш ҡалала республика Башлығы Шыршыһында ҡатнашыу – үҙе ҙур мәртәбә. Һәр төбәктән делегациялар килгән ине. Мәҫәлән, Мәсетле районынан биш уҡыусы саҡырылған. Улар – Оло Ыҡтамаҡтағы 1-се лицейҙан Лилиана Миңләхмәтова, башҡорт гимназияһынан Розалиә Мөхтәрова, гимназия филиалы Әләгәҙ мәктәбенән Катя Шаһауетдинова, Йоностан Арина Нафиҡова һәм Яңы Яуыштан Дилфүзә Абдрахманова. Розалиә, мәҫәлән, VIII синыфта уҡый. Уҡыу алдынғыһы. Район кимәлендә математика, йәм­ғиәтте өйрәнеү, сит тел кеүек фәндәр буйынса олимпиадала еңеүсе булған һәм призлы урын яулаған икән. Китап уҡырға ярата, психология менән ҡыҙыҡһына. Ә киләсәген иҡтисад менән бәйләргә теләй.
Лилиана VII синыфта белем ала. Ул ун фән буйынса район олимпиадаһында ҡатнашып, етәүһендә еңеүсе бул­ған. «Бишле»гә генә өлгәшкән ҡыҙ йырлай ҙа, һүрәтте лә матур төшөрә. «Башҡортостан таланттары» конкурсының «Нәфис һүҙ» номинацияһында диплом менән бүләкләнгән.
Борай районынан республика Башлығы Шыршыһына Лиана Мәхмүтова, Әйшә Ҡасимова, Регина Тимерғәлиева килгән. Лиана – шахмат турнирҙары, олимпиада еңеүсеһе. Әйшә лә – яҡшы уҡыусы, әүҙем ҡыҙыҡай. Регина менән Лиананың атайҙары әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнаша икән.
Күгәрсен районы Мораҡтағы баш­ҡорт гимназияһының VI шайморатовсылар синыфы командиры Радмил Ғөбәйҙуллин да – уҡыу алдынғыһы. Төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа ҡатнашып, гел уңышҡа өлгәшкән. Мәктәптә үткән сараларҙы алып бара, театрҙа уйнай икән. Быйыл Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсында III дәрәжә диплом менән бүләкләнгән.
Ә бына Күмертауҙағы Мөхәмәт Ис­ҡужин исемендәге прогимназияның IV синыфынан Айбулат Ғәббәсов – яҡшы уҡыу менән бер рәттән шәп спортсы ла. Еңел атлетика һәм саңғы буйынса ҡала, республика ярыштары еңеүсеһе һәм призёры булған.
Республика Шыршы байрамында барлығы 1 мең тирәһе ҡыҙ һәм малай ҡатнашты. Матур-матур бүләктәр алыу, яңы дуҫтар табыу, мөғжизәле тамаша ҡарау уларҙың күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырғандыр, моғайын.


Э. РӘШИТОВА.

Ҡуян саҡырҙы ҡунаҡҡа
Ҡуян саҡырҙы ҡунаҡҡа
Ҡуян саҡырҙы ҡунаҡҡа
Ҡуян саҡырҙы ҡунаҡҡа
Ҡуян саҡырҙы ҡунаҡҡа
Ҡуян саҡырҙы ҡунаҡҡа
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: