+29 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Декабрь 2022, 12:35

Юрағандар юш килһен!

Бөрйән районы Яңы Собханғол мәктәбенең V синыфында белем алған ҡыҙҙар һәм малайҙар Яңы йыл еткәнен түҙем­һеҙлек менән көтә. Уларҙың йылы килә бит! Бөтәһе лә тиерлек 2011 йылда – Ҡуян йылында тыуғандар. Рушан Мырҙабаев ҡына бер йәшкә бәләкәйерәк.

Юрағандар юш килһен!
Юрағандар юш килһен!

Аҡ ҡына, йомшаҡ ҡына ҡуян­ға оҡшап, шул тиклем етеҙ, уңған үҙҙәре. Әммә һис кенә лә ҡур­ҡаҡ түгелдәр, бик ҡыйыу балалар йыйылған был синыф­ҡа.
Бишенселә 3 ҡыҙ һәм 13 малай уҡый. Үҙ-ара бик татыу, әүҙем улар. Мәктәптә ойошторолған бер саранан да ситтә ҡалмайҙар. Төрлө конкурстар­ҙа, акцияларҙа, флешмобтарҙа ла һынатмайҙар.
Маҡтағы ғына килеп тора үҙҙәрен. Мәҫәлән, Айназ Ҡулбирҙин – уҡыу алдынғыһы. Тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшкән малай шиғырҙар ҙа яҙа. Ижад емештәре менән йыл һайын «Алтын ҡауырһын рыцар­ҙары» республика конкурсында ҡатнашып, призлы урындар яулай. Шулай уҡ Илзидә Вәлиева, Денис Хәсәнов, Сыңғыҙ Кин­йәкәев, Динис Йәғәфәровтар­ҙың да уҡыуҙары яҡшы. Сәсән телле Денис Хәсәнов бер нисә йыл рәттән «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә ҡатнашып, күптәрҙе һоҡландырған. Ә Сың­ғыҙ һүрәт төшөрөргә әүәҫ. Илмир Яубаҫаров матур йырлай, Арыҫлан һәм Рушан Мырҙабаевтар спорт буйынса шәп. Әйткәндәй, Арыҫлан – синыфтың старос­таһы ла.
– Уҡыусыларым Яңы йыл­ға бик ихлас әҙерләнде, күҙҙәре янып тора инде. Бик дәртлеләр. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, дәррәү генә ҡар бөртөктәре, төрлө биҙәктәр яһап, «һә» тигәнсе синыф бүлмәһен мөғжизәле әкиәт донъяһына әйләндереп тә ҡуйҙылар. Мәктәп алдына ҡарҙан һындар ҙа әүәләнеләр, – ти бишенселәр хаҡында синыф етәкселәре, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Азалиә Мөхәмәт ҡыҙы Самарбаева.
Уҡыусыларҙың «Йәншишмә» менән дуҫ булыуҙары ла ҡыуандырҙы. Күптәре гәзиткә киләһе йылға ла яҙылып ҡуйған. Вәт, афариндар!
Яңы йылда теләгән теләктәр ҡабул булыусан бит ул. Ҡуян йылына ниндәй өмөттәр бағлайһығыҙ, ниндәй мөғжизә көтәһегеҙ, тигән һорауға:
– Иң мөһиме – илебеҙҙә именлек, татыулыҡ булһын! Ҡуян бит тыныслыҡ ярата, – тип бер тауыштан яуапланы бишенселәр. Бәләкәй генә бул­һалар ҙа, ололарса фекер йөрөткән балаларға ҡарап һоҡланып ҡуйҙым. Йыл хужаһы бул­ған «ҡуяндар»ҙың юра­ғандары юш килһен, Алла бир­һә!


Ю. ФӘНИЛЕВА.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: