-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Ғинуар 2023, 11:20

Бесәйҙәр театры

Үҙенең бесәйҙәр театрын Юрий Куклачёв 1990 йылда аса. Шул ваҡыттан алып улар ҡатнашлығындағы спектаклен бөтә донъя буйлап күрһәтеп йөрөй. Театрҙа 200-гә яҡын бесәй бар. Репетицияларҙан буш ваҡытта улар Гәлсәр һарайҙа тотола.

Бесәйҙәр театры
Бесәйҙәр театры

Хәҙер атаһының эшен улы Дмитрий дауам итә. Театрҙа ысын мәғәнәһендә бесәйҙәр мөхите булдырылған, төрлө рәссамдарҙың был йәнлектәрҙе һынландыр­ған бик күп картиналары ҡуйылған. Улар­ҙың уйынсыҡ сувенирҙары ла һатыла. Бәләкәй тамашасылар шулай уҡ Дмитрий Куклачёв һәм уның бесәйҙәре менән фотоға ла төшә ала.
Спектаклдә ҡатнашҡан бесәйҙәргә ҡарауы үҙе бер һоҡланғыс күренеш: улар шул тиклем өйрәтелгәндәр, нимә ҡуш­һалар, шуны тыңлай һәм үтәйҙәр.
Мәскәүҙә булырға тура килһә, бесәйҙәр батшалығын да күреп ҡалырға тырышығыҙ. 2023 йылды икенсе төрлө Бесәй йылы тип тә әйтәләр бит.

М. АЗАМАТОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: