+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Ғинуар 2023, 15:30

Учалы районында үҙенсәлекле боҙ һындар!

Был байрам композицияһының авторы - Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе Фәйзә Фәттәхова. Ул интернетҡа һанаулы сәғәттә таралып, күптәрҙең иғтибарын яулаған.

Учалы районында үҙенсәлекле боҙһындар!
Учалы районында үҙенсәлекле боҙһындар!

Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов социаль селтәрҙәрҙә талантлы, әүҙем Учалы халҡы эшләгән башҡа һындарҙың фотоларын социаль селтәргә һалды. Район башлығы билдәләүенсә, улар ауыл халҡына байрам кәйефе бүләк итә.

-Был фотоһүрәттәргә ҡарап ҡына кәйеф күтәрелә. Шулай ҙа яҡташтарыбыҙҙың ҡулдары алтын һәм идеяларға бай, - ти район башлығы.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: