+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Ғинуар 2023, 14:45

Кинйә-Абыҙ “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша

Көйөргәҙе районында ярыштың төбәк этабы еңеүселәре билдәләнгән.

Кинйә-Абыҙ “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша
Кинйә-Абыҙ “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша

-Кинйә-Абыҙ - тарихи ауыл, ул районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы. Башҡалаларҙан айырылып торған үҙенсәлектәргә эйә. Мәҫәлән, өс геройҙың тыуған ере, Рәсәйҙә халыҡ һәм өс Советтар Союзы Геройы булған ауыл. Ғәфиәтулла Арыҫланов - башҡорттар араһында тәүге Герой. Быйыл Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл тула, республика кимәлендә ҙур саралар күҙаллана.

Бик популяр булған "Рух Кинйә" йыры яҙылған. Тағы ла ауылда тарихи стелалар бар. 1913 йыл үткән ҡурайсылар бәйгеһе Ҡурай тажы ла ҡуйылған. 

Әлеге ваҡытта ауылда дүрт фермер хужалығы уңышлы ғына эшләй. Балаҫ һуғыу йолаһы тергеҙелә. Ауыл халҡы күпләп мал тота, ҡош-ҡорт аҫрай. Ағинәйҙәр клубы эшләй. Бында бик татыу, тырыш кешеләр йәшәй. Йәштәр төбәкте үҫтерә, таныта, - ти Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов.

Кинйә-Абыҙ ауылы сәйәхәтселәрҙең дә яратҡан урыны иҫәпләнә. Унда Кинйә Арыҫланов мәмерйәһе урынлашҡан.  

 

Сығанаҡ һәм фото: bash.news

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: