+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Ғинуар 2023, 13:10

Көтөлмәгән бүләк

Был хәл Сибайҙа була. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙ һеңлеһенең туйына алдан хәбәр итмәйенсә ҡапыл ҡайтып төшкән.

Яугир ҙур рауза гөллләмәһен тотоп, туй барған залға килеп ингән. Ағаһын күргәс, кәләш шатлығынан күҙ йәштәрен тыя алмаған. Тулҡынландырғыс осрашыу мәле төшөрөлгән видеояҙма Илгиз Солтанморатовтың телеграм-каналында баҫылған.

Һуңынан яугир әсәһенә һәм башҡа туғандарына гөлләмәләр бүләк иткән.

Сығанаҡ һәм фото: bashinform.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: