+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Ғинуар 2023, 10:05

Быуатҡа бер тыуған шәхес

Республикабыҙ тарихында яҡ­ты эҙ ҡалдырған шәхес хаҡында күп һөйләргә мөмкин. Ләкин минең бөгөнгө һүҙем Мортаза Ғөбәйҙулла улының ғаиләбеҙгә ҡағылышлы иҫтәлектәре тура­һында булыр. Кем ине ул беҙҙең өсөн Президент?

Быуатҡа бер тыуған шәхес
Быуатҡа бер тыуған шәхес

Мортаза Ғөбәйҙулла улы СССР тигән ҙур ил тарҡалғанда, ауыр һынылыш осоронда республикабыҙ менән етәкселек итте. Сәйәсәт, иҡтисад, ауыл хужалығы, сәнәғәт, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрендә халҡыбыҙ өсөн бөтә көсөн биреп эшләне. Күп милләтле Башҡортостан үҙгәртеп ҡороуҙар мәлендә юғалтыуҙарһыҙ алға атланы. Ун ете йыл буйына республикабыҙ әллә күпме ыңғай үҙгәрештәр, ҡаҙаныштарға өлгәште. Уның менән хушлашырға килгән ил Президенты Владимир Путин да, башҡа төбәктәрҙең етәкселәре лә Рәхимовтың Рәсәй кимәлендә зирәк аҡыллы, эшлек­ле етәксе булыуы тураһында әйтте.
Мортаза Ғөбәйҙулла улын бөтәһе лә ныҡ ихтирам итте: олоһо ла, кесеһе лә, сөнки Президент үҙе лә барыһына ла – етәкселәргә лә, ябай ауыл эшсәндәренә лә, өлкәндәргә лә, балаларға ла – иғтибарлы булды.
Республикабыҙ тарихында яҡ­ты эҙ ҡалдырған шәхес хаҡында күп һөйләргә мөмкин. Ләкин минең бөгөнгө һүҙем Мортаза Ғөбәйҙулла улының ғаиләбеҙгә ҡағылышлы иҫтәлектәре тура­һында булыр. Кем ине ул беҙҙең өсөн Президент?
Әсәйем, күренекле журналист һәм шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина ике тапҡыр Мортаза Ғөбәйҙулла улының ҡулынан хөкүмәт наградалары алды. Тәүгеһен – Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән исемде – алғанда мин бәләкәй инем әле. Маҡтаулы исем яҙылған папка менән бергә ул өс бөртөк ҡыҙыл ҡәнәфер сәскәһе тотоп ҡайтты. Президент ҡулынан алған сәскәләр иҫтәлек булып ҡалһын, тип ул шатлыҡлы көндә беҙ – атай, әсәй һәм мин – өсәүләп салонға фото төшөргә барҙыҡ. Өс бөртөк сәскәгә, етмәһә, ҡәнәфергә, хәҙер, бәлки, күптәр аптырар. Ә бит илдә ауыр туҡһанынсы йылдар ине. Әлеге шикел­ле сәскә бизнестары ла юҡ заман.
Икенсеһен, республикабыҙҙың иң ҙур наградаһын, әсәйемә хаҡлы ялға сыға торған йылда бир­ҙеләр. Уны Мортаза Ғөбәйҙулла улы Башҡортостан яҙыусыларының сираттағы съезы барғанда ҡәләмдәштәре алдында тапшыр­ған. Әсәйем Президентҡа ғүмер буйы үҙе эшләгән «Йәншишмә» гәзитенең 75 йыллығына сығарылған юбилей һанын бүләк иткән. Шунда Мортаза Ғөбәйҙулла улы: «Һеҙҙе бик матур йырлай, тиҙәр, йырлап та күрһәтәһегеҙме әллә?» – тип үтенгән. Был факт та Рәхимовтың һәр ижад кешеһе хаҡында мәғлүмәтле булыуы тураһында һөйләй бит.
Балалар баҡсаһы булмау сәбәпле, миңә биш йәшкә тиклем өйҙә ултырырға тура килде. Әсәй миңә күп башҡорт китаптарын – әкиәттәр, шиғырҙар уҡыны. Йомшаҡ уйынсыҡтарҙы һөйләштереп, ҡурсаҡ театры ҡуя торғайныҡ. Бер-береһенә оҡшаш һүҙҙәр­ҙе әйтеп – ҡармаҡ, ҡаймаҡ, бармаҡ – шиғыр яҙырға өйрәтте.
Банан, банан,
Килдең ҡайҙан?
Яратҡанды
Белдең ҡайҙан?
***
Мин яратам укропты,
Ул үлтерә микробты.
***
Ашағайным гранат,
Шартламай ҡалдым саҡ-саҡ
Граната һымаҡ...
Шундай шиғырҙар уйлап һөйләгәнде ишетеп, «Китап» нәшриәтендә эшләгән шағирә, мөхәррир Динә апай Талхина китап сығарырға тәҡдим итте. Уны «Йәншишмә» гәзитендә эшләгән рәссам Хаят апай Йәрмөхәмәтова матур һүрәттәр менән биҙәне.
Полиграфия һәм китап күргәҙмәһен ҡарарға килгән Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов шул китапты ҡулына алып, әлеге өс шиғырҙы уҡып, рәхәтләнеп көлгән дә: «Балалар өсөн бына нисек яҙырға кәрәк», – тип әйткән тинеләр. 5 мең дана тираж менән сыҡҡан китап бер ай эсендә таралып бөткәс, «Китап» нәшриәтенең ул саҡтағы директоры, Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев тағы өҫтәмә тираж менән 1 мең 500 данала матур ялтыр тышлыҡ менән баҫтырып сығарырға ҡушҡан. Тиҙ арала таралып бөткән ул да. Мортаза Ғөбәйҙулла улының махсус ҡарары менән туған телгә иғтибар артҡан мәлдә балалар баҡсаларында баш­ҡорт төркөмдәре асылған ваҡыт­ҡа тура килгәнлектән китаптарҙы бөтә ерҙә лә һатып алғандар. Эйе, олоһо ла, кесеһе лә шул банан тураһындағы шиғырҙы һөйләп йөрөгән заман ине. Аҙаҡ белеүебеҙсә, Мортаза Ғөбәйҙулла улы «Банан, банан, килдең ҡайҙан?» китабын 20 дана үҙенә лә һоратып алған. Шул саҡта уның ҡабул итеү бүлмәһендә сәркәтип булып эшләгән беҙҙең туған тейешле Зөлфиә апай Багаева әйтте был хаҡта.
Мортаза Рәхимовтың иғтибары һөҙөмтәһендә мин ике тапҡыр Президент шыршыһы байрамында ла ҡатнаштым: Өфөлә һәм Мәскәүҙә.
Атайым, билдәле журналист һәм шағир Нияз Мәһәҙиев «Аманат» журналында баш мөхәррир булып эшләгәндә Президент исеменән үҙенә шәхсән атап яҙыл­ған, ҡултамғаһы ҡуйылған Яңы йыл ҡотлауҙарын алып ҡыуана ине. Һәр төрлө тантаналы сараларға саҡырыу ҡағыҙҙары ла ебәрә торғайны. Ошо бәләкәй генә миҫалда ла уның ябайлығы күренә.
Республикабыҙ Президенты хәстәрлеген бик күп ижад кешеләре тойҙо. Шуларҙың береһе – шағирҙар, яҙыусылар, рәссамдар, композиторҙар, йырсылар, музыканттар, артистар өсөн социаль ипотекалар аша фатирҙар алыу мөмкинлеге. Өфөлә күпме интеллигенция вәкилдәренең йәшәргә үҙ мөйөшө булды. Юғиһә, ауылдан килеп, баш ҡалала төбәкләнеп, ятаҡтарҙа көн күргән, әҙ генә хаҡҡа эшләп йөрөгән йәштәр ҙә, инде урта, өлкән йәшкә еткәндәр ҙә йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн тәүге иғәнәгә 300 мең һумды сығарып һалырлыҡ аҡсаны ҡайҙан табырҙар ине. Беҙҙең ғаилә лә шундай бәхетлеләр араһында булды. «Рәхимов һалдырған йортта йәшәйбеҙ!» тип ҡыуанып бөтә алмайбыҙ һәм рәхмәттәр уҡыйбыҙ.
Үҙ йорттарын төҙөп инергә теләүселәр өсөн бушлай ер участкалары бирелеп, Өфөгә яҡын Шамонин, Дорогин, Жуков ауылдары ҡалҡып сыҡты. Былар барыһы ла Мортаза Ғөбәйҙулла улының хәстәрлеге арҡаһында булдырылды.
Президенттың ярҙамын тойған тағы ла бер мөһим эш хаҡында әйткем килә. «Ағи­ҙел» журналының элекке баш мөхәррире, драматург Рәлиф Кинйәбаев атайым Нияз Мәһә­ҙиевте эшкә саҡырып, күренекле яҙыусылар менән әңгәмәләр ойоштороп, һәр һанда «Әҙип тормошо» тигән рубрика алып барырға ҡуша һәм уны әсәйем менән бергә эшләргә тәҡдим итә. Шулай итеп, улар өс йыл дауамында Башҡортостан яҙыу­сылары менән шәп интервьюлар ойоштора. Рәлиф Мөстәҡим улының тәҡдиме буйынса шул әңгәмәләрҙе Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына китап итеп сығарырға уйлайҙар. Ярҙам һорап, «Урал» хәйриә фонды Советы рәйесе Мортаза Ғө­бәй­ҙулла улына хат менән баралар. Рәхимовтың изгелеге менән «Хан һүҙенән юғарыраҡ Әҙип һүҙе» тигән ҡалын китап баҫылып сыҡты. Уны төҙөүҙә, тышын биҙәүҙә атайым ҡатнашһа ла, йыйынтыҡтың донъя күреүен үҙе күреп өлгөрмәне. Йәл! Вафатына 40 көн тигәндә нәшерселәр китапты аятҡа йыйылған яҡындарға таратыр­ға тиеп 40 дана килтереп китте. Аҙаҡ Мортаза Ғөбәйҙулла улы ла үҙенә 20 китапты һоратып алған, эш буйынса килгән кеше­ләргә биргән.
Әсәйем менән атайымдың икеһенең берлектә сығарған был йыйынтығының баһаһы иҫ киткес ҙур. Унда алтмышлап яҙыусы менән ҡыҙыҡлы, фәһемле әңгәмәләр, мәҡәләләр тупланған. Китапты хатта уҡытыусылар бер-береһенән урлап уҡыйҙар икән. Шуға атайым менән әсәйемдең беренсе Президентыбыҙға рәхмәттәре сикһеҙ. Ул хатта вазифаһынан киткәс тә телебеҙ, илебеҙ, рухиәтебеҙ өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләне.
Мортаза Ғөбәйҙулла улының беҙҙең ғаиләбеҙгә генә күрһәтелгән изгелектәре лә уның ни тиклем кешелекле, оло йөрәкле булыуы хаҡында һөйләй. Ә бит республикабыҙҙағы һәр кем Рәхимов хаҡында тик шундай изге һүҙҙәр, иҫтәлектәр генә һөйләй алыр ине.
Ил Президенты Владимир Путин да уның менән хушлашырға үҙе килеп, республика Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыу ваҡытында күренекле сәйәсмән, етәксе исемен мәңгеләштереү кәрәклеген әйтте. Телевидениенан сығыш яһаусылар уның исемендәге премия булдырыу ха­ҡында тәҡдим индерҙе. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева: «Мортаза Ғөбәйҙулла улына милли батырыбыҙ Салауат һәйкәле кеүек мөһабәт монумент төҙөргә кәрәк, ул халыҡ иң күп йөрөгән, иң матур үҙәк урамдар­ҙың береһендә булыр­ға тейеш», – тине.
Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхи­мовты һуңғы юлға оҙатырға республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән бик күп халыҡ килде. Улар иртәнге сәғәттәрҙән алып Ил ағаһы менән хушлашып, сәскәләр һалыр өсөн оҙон сиратҡа те­ҙелде.
Халыҡ һөйөүен көсләп яулап булмай. «Шағир Рәми Ғариповты оҙатҡанда кеше шулай күп ине», – тине әсәйем. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева менән хушлашыуға ла халыҡ эркелеп килде. Унда, бәләкәй булһам да, әсәй мине лә алып барғайны. Сөнки беҙ яҙыу­сының өйөндә лә булғайныҡ, һуңғы тыуған көнө менән ҡотлағайныҡ. Ул да – Мортаза Ғөбәйҙулла улының яҡташы, Күгәрсен районынан.
Киләсәктә беренсе Президент Рәхимовҡа республикабыҙҙа һәйкәлдәр ҙә, премиялар ҙа булыр, фильмдар ҙа төшөрөлөр, музей­ҙар ҙа асылыр. Күренекле яҙыусы Ғәлим Хисамовтың «Рәхимов» тигән романы Мортаза Ғөбәй­ҙулла улы иҫән саҡта уҡ сыҡты. Киләсәктә лә яҙылыр. Сөнки 100 йылға бер тыуа торған шәхес бит ул! Халҡыбыҙ хәтерендә, республика тарихында үҙ исемен мәңгегә яҙған бөйөк шәхес. Ундайҙар бер ҡасан да онотолмай.

Азамат МӘҺӘҘИЕВ,
Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы.

Быуатҡа бер тыуған шәхес
Быуатҡа бер тыуған шәхес
Быуатҡа бер тыуған шәхес
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: