+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Ғинуар 2023, 22:30

Әсәй ишеге

Әсәй менән һөйләшкән саҡта нимәгәлер зарланып ебәрһәм, ул бер үк һүҙҙәре әйтә: “Һинең унда нимә булғанын төбөнә тиклем белмәйем, әммә ишек менән ярҙам итә алам”.

Тәүгә ишеткәндә мин ныҡ ҡына аптырағайным. Әммә ул аңлатты:

     – Һинең тормошоңда төрлө хәлдәрҙең булыуы мөмкин, әммә бер хәл бөтөнләй булмаясаҡ: минең һиңә ишек асмай ҡалыуым. Шулай булғас, теләһә ҡайһы ваҡытта – арыһаңмы, сирләһәңме, юғалтһаңмы, күңелең ҡалһамы, революция яһарға ҡарар итһәңме, эш боҙһаңмы, һин хаҡлымы, ғәйеплеме – береһе лә мөһим түгел, нимә эшләргә һәм ҡайҙа барырға тигән һорау тыуһамы – өйгә ҡайт. Миңә! Теләмәһәң, артыҡ һорау биреп тә йонсотмаҫмын. Әммә асыҡ ишек, тәмле аш, йомшаҡ түшәк, йылы ҡараш вәғәҙә итәм...

Бәхет шулай ябай ғына, дуҫтар: ишек асыр кешең булыуҙа!



Лиля Град (Рәхимә Мусина тәржемәһе).

 


Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: