+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Февраль 2023, 21:50

Кейҽк ҡаҙ юлдары

Дүртөйлөнән мәҙәниәт хеҙмәткәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Артур Хәсәнов йырлаған "Кейек ҡаҙ юлдары"н кем генә башҡарып ҡараманы. Хатта Ишембай ҡалаһынан 4 йәшлек Рамаҙан Рәхмәтуллин  да йырлай икән.

Кейҽк ҡаҙ юлдары
Кейҽк ҡаҙ юлдары

Йырҙың һүҙҙәрен Гөлфиә Шакирова яҙһа, көйөн Мәскәүҙә йәшәүсе йырсы Гүзәлиә Шәрәфетдинова (тамашасы уны Гүзәлиә булараҡ белә) ижад иткән.

Йәнҽм моңдар тулы,
Әйтер һүҙем ҡалды.
Бер мәлде барыһы
Юғалды, юғалды.
Ҡайҙарҙа, ҡайҙарҙа,
Бөгөн һин ҡайҙарҙа?..
Ҡайҙан эҙл(әй)ҽм һине,
Ҡояшта, айҙарҙа?

Ҡушымта:
Кейек ҡаҙ юлдары
Юғары, юғары.
Исемең ҡабатлап,
Һынаймын йондоҙҙарҙы.

Үткәндән яуапты,
Беләмен, эҙләйһең.
Күп нәмә үҙгәрҙе,
Ник шуны һиҙмәйең?
Мин башҡа, һин башҡа
Тҽймә һин яҙмышҡа
Күңҽлҽ оҡшаған
Яралы аҡҡошҡа.

 

Фото: интернет селтәренән.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: