+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Төрлөһөнән
15 Февраль 2023, 06:40

Ниңә халыҡ уйындары онотола?

Һуңғы йылдарҙа һәр бер йортта интернет селтәре барлыҡҡа килеү менән балалар компьютерға йомолдо. Өйҙән сыҡмай ғына виртуаль уйындарҙы хуп күреүселәр артҡандан-арта бара. Шуның менән уларҙың һаулығына ниндәй зыян килеүен уйламайҙар.

Ниңә халыҡ уйындары онотола?Ниңә халыҡ уйындары онотола?
Ниңә халыҡ уйындары онотола?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге ваҡытта балалар араһында элек-электән йәшәп килгән уйындар онотола бара. Ә халыҡ уйындары – иң ҡиммәтле мираҫтарыбыҙҙың береһе бит! Беҙҙең төп маҡсат – балаларға хәрәкәт талап иткән уйындарҙың файҙаһы тураһында аңлатыу эше алып барыу. Улар етеҙлек, йылғырлыҡ, осҡорлоҡ кеүек сифаттарҙы үҫтереү менән бергә эстетик тәрбиә лә бирә.
Ауылдың мәҙәниәт йортонда башланғыс синыф уҡыусылары өсөн «Халыҡ уйындары – иң ҡиммәтле мираҫ» исемле уйын-кисә үтте. Башҡорт халыҡ уйындары тураһында мәғлүмәт биргәндән һуң балалар менән рәхәтләнеп «Һәпәләк», «Йәшерәм яулыҡ», «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Боҙоҡ телефон» уйындары уйнап, күңел булғансы башҡорт көйҙәренә бейеп ҡайттыҡ.

Вәлимә ҒӘЛИУЛЛИНА.
Бөрйән районы, Исламбай ауылы.

Ниңә халыҡ уйындары онотола?
Ниңә халыҡ уйындары онотола?
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас