+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Төрлөһөнән
19 Февраль 2023, 08:20

Акцияға ҡушылығыҙ!

Халыҡ-ара туған тел көнөнә, шулай уҡ Уҡытыусы һәм остаз йылына арнап, Бөтә Рәсәй “Минең туған тел уҡытыусым” акцияһы иғлан ителде. Унда теләге булған һәр кем – уҡыусылар, студенттар, ата-әсәләр ҡатнаша ала.

Акцияға ҡушылығыҙ!Акцияға ҡушылығыҙ!
Акцияға ҡушылығыҙ!

Сара барышында туған тел уҡытыусыһына шиғри ҡотлау, видеояҙма рәүешендә открытка, фотоһүрәт менән ҡотлау әҙерләргә мөмкин.

Ҡотлауҙарҙы “Бәйләнештә” социаль селтәрендә үҙегеҙҙең шәхси сәхифәгеҙҙә, мәктәп, колледж, вуздың төркөмөндә урынлаштырырға мөмкин. Төп талап: #МойУчительРодногоЯзыка2023 хештэгын ҡуйыу.

Акцияға йомғаҡ 21 февралдә – Халыҡ-ара туған тел көнөндә яһала.

Акцияла ҡатнашыусылар ҡотлауҙарын Федераль туған телдәр институтының “Бәйләнештә” төркөмөнә лә ебәрә ала (Федеральный институт родных языков │ ФИРЯ в социальной сети “ВКонтакте”).

Сығанаҡ һәм фото: bashgazet.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас