+24 °С
Облачно
VKOKМакс
Төрлөһөнән
19 Февраля 2023, 11:35

Туған телдәр көнөнә арнап

20 февралдә халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала туған тел дәреслектәренә арналған түңәрәк өҫтәл үтә. Уны Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана ойоштора.

Туған телдәр көнөнә арнапТуған телдәр көнөнә арнап
Туған телдәр көнөнә арнап

Түңәрәк өҫтәлдә дәүләт эшмәкәрлеге вәкилдәре, мәктәп, колледж, юғары уҡыу йорттары өсөн сығарылған дәреслектәр авторҙары, академия институты ғалимдары, уҡытыусылар ҡатнаша.

 Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан һирәк осрай торған дәреслектәр, уҡыу әсбаптары, 1920-40 йылдарҙа донъя күргән Әлифба китабынан торған тематик күргәҙмә лә әҙерләнгән.

Фото: kulturarb.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас