+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Төрлөһөнән
28 Февраль 2023, 11:10

"Киләсәк моторҙары" инженер мәктәбе саҡыра

Республиканың мәктәп уҡыусылары Өфө фән һәм технология университеты базаһында ойошторолған "Киләсәк моторҙары" инженер мәктәбе эшмәкәрлегендә ҡатнаша ала.

"Киләсәк моторҙары" инженер мәктәбе саҡыра"Киләсәк моторҙары" инженер мәктәбе саҡыра
"Киләсәк моторҙары" инженер мәктәбе саҡыра

Бының иһә киләсәктә һөнәр һайлағанда ярҙамы ҙур. Остаздарҙың дәрестәрендә балалар мәсьәләләр сисергә өйрәнәсәк, уйлап табыу, эҙләнеү эштәрендә ҡатнашасаҡ, шулай уҡ инженер проекттары менән танышыу мөмкинлеге лә буласаҡ.

"Киләсәк моторҙары" - илдә  танылыу яулаған 30 мәктәптәрҙең береһе ул. 2023 йылда уны үҫтереү өсөн 348 миллион һум федераль грант бүленәсәк. Быға тиклем был мәктәптәргә ошондай маҡсат менән дәүләт ҡаҙнаһынан 10 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән.

Электрохәрәкәт, яңы перспективалы осоусы аппараттар, транспорт саралары - "Киләсәк моторҙары" инженер мәктәбенең төп йүнәлештәре бына ошолар. Ә мәктәптең төп үҙенсәлеге шунда: улар индустриаль партнёрҙар менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә. 

Өҫтәлмә һорауҙар буйынса "Киләсәк моторҙары" мәктәбенең директор урынбаҫары Анастасия Алексеевна Стояльцеваға шылтыратып белешә алаһығыҙ. Телефон номеры: +7 (937) 492 18 53stoyaltseva.aa@ugatu.su

 

Фото:userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас