

Күршеләре хәбәр итеүенсә, ул – вафат булған йорт хужаларыныҡы. Эт шыңшый, бахырҡай, хужаларын көтә... Әммә бер ҡайҙа ла бармай...
Эттән башҡа шулай уҡ өйҙә бер нисә бесәй йәшәгән булған. Улар ҡасып өлгөргән. Хәҙер хайуандарҙың яҙмышын күршеләре хәл итергә тырыша. Уларға йорт табырға өмөтләнеп, үҙҙәрен ашатып торорға һөйләшкәндәр.
Пенсионер һәм уның тормош иптәше һәләк булған янғын сәбәптәре әлегә билдәһеҙ, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишселәре тикшереү эше алып бара.
Сығанаҡ һәм видео: vk.com