– Мин Үзбәкстанда тыуғанмын. Ете йәшемдә Башҡортостанға күсеп ҡайттыҡ. I синыфҡа уҡырға төшкәндә башҡортса бер һүҙ ҙә белмәй инем. Әммә өйрәнергә теләгем шул тиклем көслө булды. Бер йылда телде өйрәнеп кенә ҡалманым, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр ҙә яулай башланым. Мине башҡорт теленә ғашиҡ иткән тәүге уҡытыусым Әлфиә Нурәхмәт ҡыҙы Иҫәноваға рәхмәтлемен, – ти Алина.
Әбеттә дүртенсе синыфты тамамлағас, күрше Нөгөш мәктәбенә уҡырға бара ул. Тырыш ҡыҙ бер ҙә һынатмай. Төрлө конкурс, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша башлай. V синыфта «Ломоносов уҡыуҙары» Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында II урын ала. Ә VI синыфта уҡығанда «Исҡужин уҡыуҙары» республика бәйгеһендә еңеп сыға. Туған тел көнөнә арналған, яҙыусыларҙың ижады буйынса үткән шиғыр һөйләү конкурстарында еңеүсе була, призлы урындар яулай. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр, төрлө темаларға иншалар бәйгеләрендә иң-иңе булған. Урыҫ теле һәм әҙәбиәте буйынса «Росконкурс» дистанцион олимпиадаһында еңеүсе дипломдары алған.
Был ҡыҙҙың уңыштары бик күп, һанап бөткөһөҙ. Төньяҡ-көнсығыш федераль олимпиадаһында былтыр «Ижади фекерләү» номинацияһында I урынға лайыҡ булған. Алинаға Әбеттә тыуып үҫкән ғалим-педагог, шағир Фәнил Күзбәковтың премияһы бер нисә тапҡыр тапшырыла. Шулай уҡ данлыҡлы яҡташтары – яҙыусы Динис Бүләков, журналист Фәтҡулла Комиссаров исемендәге премияларҙы алып та һөйөнә. Ҡурайсы Ғәли Ильясовтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә еңеүсе булып таныла. Был уңыштары өсөн Мәләүез районы башлығы стипендиаты ла булған. Йыл һайын «Беҙ – Башҡортостандың киләсәге» форумында ҡатнашып тора икән.
– Уҡырға яратам. Айырыуса Мостай Кәрим ижады оҡшай. Уның әҫәрҙәре буйынса бер нисә тикшеренеү эше яҙҙым. Үҙем дә башҡорт телендә шиғырҙар ижад итәм. Ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашырға тырышам, сараларҙы алып барам, шиғырҙар һөйләйем. Әбеттең тәбиғәте бик матур. Ауыл эргәһендә генә – Нөгөш йылғаһы, төрлө яҡтан тауҙар уратып алған. Матур шишмәләр селтерәп ағып ята. Мине ошо хозурлыҡ рухландыра, илһам бирә, – ти Алина.
Сығарылыш синыфында белем алған ҡыҙға химия һәм биология фәндәре лә бик оҡшай икән. Ул киләсәген медицина менән бәйләргә теләй.
Алина – өйҙә лә ҙур ярҙамсы. Бешеренергә оҫта.
– Ғаиләбеҙҙә бигерәк тә мин бешергән былауҙы яраталар. Тағы буш ваҡытымда алмас мозаикаһы менән мауығам, – ти ҡыҙ.
Бына шулай оҫта ҡуллы ла Алина: күҙ яуын алырлыҡ картиналар эшләй. Унан тиҫтерҙәренә әйтер һүҙен еткереүен дә һорағас, былай тине:
– Башҡортостанда башҡорт теле һәр ваҡыт беренсе урында торорға тейеш, тип уйлайым. Тиҫтерҙәремә, телебеҙҙе үҫтерәйек, киләсәк быуындарға еткерәйек, тип әйтер инем. Өйҙә атай-әсәйем үҙ телебеҙҙә һөйләшмәһә лә, мин барыбер теләгемә ирештем, үҙемде ысын башҡорт итеп таныттым. Төрлө конкурстарға йөрөргә ярҙам иткән ғаиләмә, терәгем һәм таянысым булған уҡытыусым Рәсимә Ғәббәсоваға рәхмәтемде белдерәм.
Тырыш, ныҡышмал ҡыҙға артабан да уңыштар йылмайып тороуын теләйбеҙ.
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.