+21 °С
Дождь
VKOKМакс
Төрлөһөнән
20 Марта 2023, 09:05

Өләсәйҙә ҡунаҡта

Баймаҡ районының Билал ауылы китапханаһы хеҙмәткәрҙәре "Өләсәйҙә ҡунаҡта" проектын башлаған.

"Яңыраҡ VII синыф уҡыусылары (етәксеһе – Дилара Сәлимйән ҡыҙы) мәктәпкә ҡул эше оҫтаһы, "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Миңһылыу Әхмәҙинаны саҡырған. Ул  селтәр, һаҡал, ҡашмау эшләй, ырғаҡ, энә менән әйберҙәр бәйләй, шаҡмаҡлап таҫтамалдар сигә, күлдәктәргә һәр төрлө яғалар тегә. Үҙе шулай уҡ интернет селтәрендә үткән төрлө марафондарҙа ла әүҙем ҡатнаша икән. Боронғо тәңкәләр менән биҙәлгән түшелдерек, селтәрҙәр менән дә ҡыҙыҡһына.

– Ҡул эшен бала саҡтан яраттым. Хаҡлы ялға сыҡҡас,  ныҡлап тотоноп киттем. Сәйләндәрҙән үҙең теләгән гүзәллек тыуҙырыу ныҡ оҡшай. Буш ваҡытымда тиҙ генә яратҡан шөғөлөмә тотона һалам. Биҙәүестәрҙең һәр береһенә күңел йылым, күҙ нурҙарым ҡушыла. Ҡул эше тынысландыра, ҡышҡы оҙон көндәрҙе үткәрергә лә уңайлы. Күберәк үҙем өсөн эшләйем. Теләгәндәргә һатып та ебәрәм. Журналдарҙа йә интернет селтәрендә нимә күрәм, шуны эшләп ҡарағым килә лә тора. Ҡыҙҙарға әйтер теләгем шул: ҡул эштәренә өйрәнегеҙ, эшләгеҙ. Өйрәнгәнегеҙ үҙегеҙ өсөн булыр. Нимәгәлер өйрәнеү һеҙгә бер ваҡытта ла артыҡ булмаясаҡ. Әҙме-күпме килем алыу ҙа бит ул ҡул эше,  – ти ағинәй. Рәхмәт, Миңһылыу апай! Һеҙгә илһамлы ижад, эшегеҙҙең уң булыуын теләйбеҙ!" – тип яҙа Билал ауылы китапханаһы төркөмө.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Өләсәйҙә ҡунаҡта
Өләсәйҙә ҡунаҡта
Өләсәйҙә ҡунаҡта
Өләсәйҙә ҡунаҡта
Өләсәйҙә ҡунаҡта
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас