+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
21 Марта 2023, 10:45

Башҡорт ҡыҙы төрөк сериалдарында төшә!

Яҡташыбыҙ, моңло йырсы Зөлхизә Илбәкова популяр актёрҙар менән төрөк сериалдарында төшә!

Башҡорт ҡыҙы төрөк сериалдарында төшә!Башҡорт ҡыҙы төрөк сериалдарында төшә!
Башҡорт ҡыҙы төрөк сериалдарында төшә!

 Әлеге ваҡытта ул ҡатнашҡан Sokagin cocuklari («Урам балалары») һәм Yarci («Ҡарар») сериалдары сыҡты, тип хәбәр итте «Ҡурай» каналы.

-Төркиә миңә ныҡ оҡшай, матур ил, бигерәк тә диңгеҙ буйында йөрөргә яратам. Кешеләре бик алсаҡ, итәғәтле, урындағы халыҡ гел ярҙам итергә тырыша.

Киноға төшөү ҡыҙыҡлы үтә, команда бик көслө, тайминг буйынса эшләйбеҙ, һәр бер минутына тиклем яҙылған. Төркиәнең популяр актёрҙары менән эшләү - ҙур бәхет. Улар ҙа - бик ябай, алсаҡ кешеләр.

Хәҙер минең Төркиәлә дуҫтарым күп, гел аралашып, һөйләшеп торабыҙ. Урал тауҙары, «Урал батыр» эпосы аша төрөктәрҙе Башҡортостан менән таныштырам.

Мин үҙемде бер ҡасан да сит ил сериалдарында төшөрмөн, тип күҙ алдына килтермәй инем, хәҙер, Аллаға шөкөр, көн һайын кино төшөүҙә ҡатнашам, - тип бүлешә ул тәьҫораттары менән.

Кәримә УСМАНОВА.

Сығанаҡ һәм фото: bashgazet.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас