

Конференцияның секцияларында һәм пленар ултырышта Ейәнсура, Яңауыл, Мәләүез, Туймазы, Көйөргәҙе, Ғафури, Баймаҡ, Күгәрсен, Ҡыйғы, Учалы, Әбйәлил, Хәйбулла райондарынан, Өфө, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән ҡалаларынан, Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районынан килгән уҡытыусылар ҡатнаша. Мәрйәм Бураҡаеваның хеҙмәттәре, әҫәрҙәре, этнопедагогика, уларҙың йәш быуынға әхлаҡи, патриотик, гражданлыҡ, экологик тәрбиә биреүҙәге роле тураһында сығыш яһаясаҡтар, фекер алышасаҡтар.
Фәнни-ғәмәли конференцияны асыуҙа Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов сығыш яһаны һәм конференцияла ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
- Был сараның маҡсаты – Мәрйәм Бураҡаеваның эшен дауам итеү, киләһе быуынға тапшырыу. Шуға күрә бөгөн етди һөйләшеүҙәр ҙә, шул уҡ ваҡытта байрам кәйефе лә буласаҡ. Беҙ ошондай маҡсаттар менән алға барабыҙ икән, телебеҙҙең, мәҙәниәтебеҙҙең, башҡорт халҡының киләсәге бар. Ошо эште беҙҙең хөрмәтле яҡташыбыҙ Мәрйәм Бураҡаева ғүмере буйы алып барҙы: “Йәйләү”, Башҡорт гимназияһы булһынмы, “Тормош һабаҡтары” дәреслеге, төрлө осрашыуҙар булһынмы, ҡайһы бер саҡта мәсьәләләрҙе етәкселеккә барып еткереүҙәрме – бөтәһе лә уның ҡулы, күңеле аша үтте. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының яҡташыбыҙ булыуы менән ғорурланам, уның бөгөн дә халҡым, тыуған ерем, тип эшләй алыуы өсөн һөйөнәм, - тине ул.
Интернат-гимназияға килгән ҡунаҡтар Сөләймән Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе һәм балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүселәренең күргәҙмә эштәре менән танышты, белем усағының этнопедагогик музейын ҡараны.
Айгөл ҠЫЛЫСБАЕВА.
Сығанаҡ һәм фото: ejansura.ru