

1. Теләгеңде эстән генә лә әйтергә мөмкин. Әммә уны ҡағыҙға яҙһаң, һәйбәтерәк. Фекереңде теүәл, асыҡ һәм дөрөҫ итеп теркәү шарт. Теләгеңде ҡағыҙға күсергәндә яңынан уҡырға, төҙәтергә, ысынлап та, был һинең хыялыңмы икәненә ҡабат ышанырға була.
2. Теләгең маҡсатың менән тап килергә тейеш. Әлбиттә, һеҙ үтә байҙар кеүек текә машиналар, яхталар, шәхси самолёттар теләй алаһығыҙ. Тик уларҙың тормошҡа ашмаҫын үҙегеҙ ҙә яҡшы беләһегеҙ. Шулай уҡ ваҡ-төйәк менән дә булашмағыҙ. Иртәгә үк былай ҙа һатып алырға мөмкинлегегеҙ булған нәмәләр хаҡында яҙыуҙың кәрәге юҡ.
3. Теләкте үҫә барған ай мәлендә теләү яҡшы.
4. Яҙмағыҙҙа «ма», «мә» кеүек киҫәксәләр булырға тейеш түгел. Мәҫәлән, «булмаһын», «килмәһен». Улар кире йоғонто яһарға мөмкин. «Ауырымайым», тип түгел, ә «һау-сәләмәт булайым», – тип теләргә кәрәк.
5. Мотлаҡ Яңы йыл төнөндә генә теләк теләргә тимәгән. Уны үҙегеҙ өсөн иҫтәлекле ваҡытта, әйтәйек, тыуған көндә, алыҫ сәфәргә юлға сығыр алдынан, тормошоғоҙҙағы ниндәйҙер мөһим ваҡиға уңайынан да теләктәрегеҙҙе теләй алаһығыҙ.
Ҡайҙа теләргә?
Әгәр ҙә инде һеҙ теләктәрегеҙҙе ҡағыҙға яҙмаһағыҙ, үҙегеҙ йәшәгән яҡтағы изге урындарға барып та теләргә була. Ундай ерҙәр һәр районда ла бар тиерлек. Учалыла – Ирәмәл, Ишембайҙа – Торатау, Мәләүездә – Көнгәк, Миәкәлә – Нарыҫтау, Баймаҡта – Мөжәүир хәҙрәттең мәңгелек төйәге, Бөрйәндә – Шүлгәнташ, Силәбелә – Арҡайым... Хәйер, уларҙы һанап бөтөү ҙә мөмкин түгел. Йәшәгән ерегеҙҙә аҡҡан һыуға ҡарап та, тауға менеп тә теләк теләргә мөмкин.
Ә бөгөн беҙ һеҙгә Өфөләге шундай урындар хаҡында яҙып китмәксебеҙ. Баш ҡалаға ингән саҡта яр буйындағы аҫылмалы күпергә иғтибар иткәнегеҙ барҙыр. Салауат Юлаев исемендәге баҡсала урынлашҡан был ҡоролманы икенсе төрлө «Ғашиҡтар күпере» тип тә йөрөтәләр. Сөнки бында яңы өйләнешкән йәштәр никахтары ныҡ булһын өсөн йоҙаҡ эләләр ҙә бикләп, асҡысын аҫҡа ташлайҙар. Ә инде кемдәр үҙҙәренең яртыһын тапмаған, улар ошонда изге теләктәренең бойомға ашыуын теләй һәм тиҙҙән мөхәббәт килеренә ышана.
Ноленсе саҡрым хаҡында ишеткәнегеҙ бармы икән һеҙҙең? Өфөнөң Ленин урамындағы Төп почтамт бинаһы янында шундай символик геодезик билдә бар. Ул баш ҡалабыҙ менән донъяның һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалалары араһындағы аралыҡты билдәләй торған башланғыс нөктә булып иҫәпләнә. Мәҫәлән, Өфөнән Мәскәүгә тиклем араның йыраҡлығын ошо урындан һанай башлайҙар. Был билдә бронзанан ҡойолған һәм ул 700 килограмм ауырлығында. Ошо ноленсе саҡрымда яңы эштәргә тотонор алдынан маҡсаттарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләгәндә килергә мөмкин. Насар үткәндәрҙән ҡотолоп, бөтәһен дә өр-яңынан башларға уйлағандар ҙа ошонда килә ала.
Өфө халҡы араһында тағы ла бер шундай юрау таралған. Ноленсе саҡрым байлыҡ-муллыҡ та килтерә, имеш. Бының өсөн һул яурын аша тәңкә ташларға кәрәк икән.
Уңыш, һаулыҡ теләүселәр легендар башҡорт комдивы Шайморатов генерал һәйкәле янына килә. Был монумент Өфө халҡын да, ситтән килгән ҡунаҡтарҙы ла үҙенә тартып тора. Республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән зачёт йә имтихан бирә торған көндә бында студенттар күпләп йыйыла. Һәйкәлде асҡан саҡта Хәбиров бәләкәй Шайморатовтың бронза итеген талисманға әйләндерергә кәрәклеге хаҡында әйтте. Әгәр ҙә шул итекте һыйпаһаң, имтихандан «бишле» алаһың, тигән ышаныс тыуа.
Тағы ла һәйкәл янында һаулыҡ теләргә лә мөмкин. Бының өсөн бронза ҡурай тажын һыпырырға кәрәк. Әгәр мөхәббәт теләйһең икән – ҡыҙ һынындағы күлдәк итәген һыйпау кәрәк. Ә инде ниндәйҙер башланғыстарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләһәгеҙ, аттың дағаһын тотоп ҡарағыҙ.
Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана янындағы аллеяның башында «Өс шөрөп» тигән арт-объект тора. Был архитектура композицияһы Өфөнөң башҡортса исемен стилләштереп эшләнгән. Ошо «шөрөптәр» ҙә ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан урынына әйләнгән. Был гранит шарҙар магик көскә эйә – изге теләктәрҙе ҡабул итә. Бышылдап ҡына теләгеңде әйтергә лә гранитты һыйпап ҡуйырға кәрәк.
Баш ҡалабыҙҙа тағы ла көйәрмәндәр трибунаһы барлығын беләһегеҙме икән? Ул «Өфө-Арена» янына ҡуйылған һәм атрибутикалар менән трибуна рәүешендә эшләнгән. «Салауат Юлаев» хоккей клубы көйәрмәндәре хәҙер матч алдынан ошо трибунаға ултырып, яратҡан командаһының мотлаҡ еңеүен теләй. Хоккей комментаторы Азамат Моратов әйткәнсә, был күренеш изге йолаға әйләнгән. «Өйҙә» үткәрелгән һәр матчта көйәрмәндәр һәйкәл эргәһендә фотоға төшөп, «Трибуна»ға ултырып, уңыш теләй.
Бына шулай, дуҫтар! Ысынын ғына әйткәндә, теләктәрҙе ҡайҙа, ҡасан теләү бик мөһим дә түгелдер, ә уның ихлас күңелдән, бөтә йөрәктән ышанып, өмөтләнеп бик ныҡ итеп теләү шарттыр. Теләү менән генә лә эш бөтмәй бит. Үҙеңә лә уны тормошҡа ашырыу өсөн тырышырға, маҡсатыңа ынтылырға кәрәк. Ҡыҫҡаһы, алға!
Азамат МӘҺӘҘИЕВ.