

Әберкәле күлдәгемде кейеп,
Урамдарҙан үтәм. Дан булһын!
Ҡушъяулығым яҙып ябынайым,
Тәңкәләре сыңлап, моң тыуһын!
Миңзәлә Хәлилованың шиғырынан өҙөк.
Ҡушъяулыҡ
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш һәм кәүҙә өлөшөн ҡаплап торған, биҙәлгән еңел япманан ғибәрәт традицион баш кейеме. Ҡушъяулыҡ сәскә төшкән ҡушарлы ике ҡыҙыл кизе-мамыҡ яулыҡтан (сигеүле, тәңкә йәки уҡа менән биҙәлгән) торған. Япманы тәңкә, сәйлән йәки мәрйен, ҡәнәфер орлоғонан, тәңкәнән эшләнгән ҡолаҡсуҡ тегелгән баулы һағалдырыҡ менән бәйләп ябынғандар. Көнсығыш Урал аръяғында һағалдырыҡты төрлө төҫтәге суҡтар һәм күкрәккә төшөп торған нағышлы таҫма (эйәксен) менән матурлағандар. Ҡушъяулыҡ аҫтынан ҡалпаҡ кейгәндәр йәки уртаға бөкләнгән бәләкәй яулыҡ (баш бәйләмес, һыңар яулыҡ) ябынғандар. Уны, ғәҙәттә, байрамда (туйҙа) кейгәндәр; ҡалымға ингән. Көнсығыш Урал аръяғында, Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш, үҙәк райондарында осрай.
Сығанаҡ: http://bashenc.online/ba/articles/87634/
Фото: concours.nazaccent.ru