+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Төрлөһөнән
9 Апрель 2023, 12:00

Кадет синыфымы әллә ял итеү биләмәһеме?

«Мәктәпте инициативалы бюджетлау» проектын ишеткәс тә беҙ унда ҡатнашырға булдыҡ.

Кадет синыфымы әллә ял итеү биләмәһеме?Кадет синыфымы әллә ял итеү биләмәһеме?
Кадет синыфымы әллә ял итеү биләмәһеме?

5 уҡыусынан торған командалар төҙөлдө. Өлкән синыфтар араһынан етәкселәр һәм уларҙың ярҙамсылары һайланды.

Һәр команда мәктәп тормошо тағы ла яҡшыраҡ булһын өсөн үҙ проекттарын яҡланы. Бына улар:

  1. «Елде той» мәктәп ихатаһында спорт майҙансығы.
  2. Уҡыусылар өсөн ял итеү биләмәһе.
  3. Ижади үҫеш өсөн йыһазландырылған бүлмә.
  4. Хореография менән шөғөлләнер өсөн зал.
  5. Кадет синыфы.

Балалар ошоларҙың ҡайһыһына үҙ тауышын бирер инде. Көтәбеҙ!

 

Айгөл МӘСӘЛИМОВА,

директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары.

Әбйәлил районы,

Күсем руднигы мәктәбе.

 

Фото: vk.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас