+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Төрлөһөнән
10 Апрель 2023, 10:40

Аҡморон мәктәбендә – “Уҡырға яратҡан ғаилә”

Баймаҡ районы Аҡморон мәктәбенең китапханасыһы Миңзәлә Хөснулла ҡыҙы Дурдыева “Уҡырға яратҡан ғаилә” исемле матур сара ойошторған.

Аҡморон мәктәбендә  –  “Уҡырға яратҡан ғаилә”Аҡморон мәктәбендә  –  “Уҡырға яратҡан ғаилә”
Аҡморон мәктәбендә – “Уҡырға яратҡан ғаилә”

Унда уҡыусылар үҙҙәренең ата-әсәләре менән ихлас ҡатнашҡан. Бына улар – Әхмәтовтар, Сәйетҡоловтар һәм Юлановтар.  Өс ғаилә конкурс һорауҙарына тулы яуап биреп кенә ҡалмаған, хатта үҙ ҡулдары менән йөкмәткеле плакаттар ҙа эшләгән. Сара бик күңелле һәм фәһемле булған. Киләһе йыл тағы ойошторорға, тигән  план  менән таралышҡан китап уҡырға әүәҫ аҡморондар.

Аҡморон мәктәбендә  –  “Уҡырға яратҡан ғаилә”
Аҡморон мәктәбендә  –  “Уҡырға яратҡан ғаилә”
Аҡморон мәктәбендә – “Уҡырға яратҡан ғаилә”
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас