+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Төрлөһөнән
13 Апрель 2023, 09:25

Учалы мәктәбендә яугирҙың исемен мәңгеләштергәндәр

Учалы районы мәктәптәренең береһендә махсус хәрби операцияла һәләк булған 31-се айырым гвардия десант-штурм бригадаһының парашют-десант взводы командиры Илгиз Ғәйфуллин иҫтәлегенә «Герой партаһы» асылған.

Партаны тантаналы асыу сараһы, мәктәп уҡыусылары араһында турнир һалдаттың тыуған көнөндә үткәрелде. «Герой партаһы»нда тик яҡшы өлгәшкән уҡыусылар, активистар һәм спортсылар ултырып уҡыясаҡ.

Илгиз Ғәйфуллин 2022 йылдың 19 майында батырҙарса һәләк булған. 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас