+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Төрлөһөнән
20 Апрель 2023, 12:15

Гимназияға — милли кейемдә

Өфөнөң Дим районындағы "Смарт" 2-се республика полилингваль күп профилле гимназияһы уҡыусылары Милли кейем көнөндә мәктәп формаһында түгел, ә милли кейемдәрҙә килә. Был инде хәҙер матур традицияға әйләнгән.

Гимназияға — милли кейемдәГимназияға — милли кейемдә
Гимназияға — милли кейемдә

-Беҙҙең гимназияла 21 төрлө милләт балалары белем ала. Был көндө улар ғына түгел, хатта уҡытыусылар ҙа милли кейемдәрҙә килә. Бөгөн, мәҫәлән, башҡорт, татар, урыҫ, сыуаш һәм башҡа милләт кейемдәрен күрҙек. Тәнәфес мәлендә этно-музыка яңғыраны. балалар «Аҡ тирәк — күк тирәк» уйнаны, күмәкләшеп бейене. Ҡыҫҡаһы, был көн беҙҙә һәр ваҡыт матур байрамға әйләнә, - ти гимназия директоры Наил Әминев.

Әйткәндәй, милли кейемдәрҙә килгән гимназистар шулай уҡ башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ла ҡатнашҡан.

Сығанаҡ һәм фото: bashinform.ru

Гимназияға — милли кейемдә
Гимназияға — милли кейемдә
Гимназияға — милли кейемдә
Гимназияға — милли кейемдә
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас