+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Төрлөһөнән
24 Апрель 2023, 08:15

340 333 кеше диктант яҙған!

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа республикабыҙҙың бөтә район-ҡалалары, Рәсәйҙең бик күп төбәктәре һәм бөтә донъя буйлап төрлө илдәр ҡатнашты. Диктантты бөтәһе 340 333 кеше яҙған. 

340 333 кеше диктант яҙған!340 333 кеше диктант яҙған!
340 333 кеше диктант яҙған!

Шуларҙың 127 350-һе - башланғыс кимәлдә, 142 858-һе - ирекле аралашыу кимәлендә һәм 70 125-е - төньяҡ-көнбайыш диалектында. Сағыштырыу өсөн: 2022 йылда диктантты башланғыс кимәлдә - 125 179, ирекле аралашыу кимәлендә - 140 019 һәм төньяҡ-көнбайыш диалектта 69 325 кеше яҙған.

Йылдағыса, диктанттың һәр ҡатнашыусыһына электрон сертификаттар тапшырыла. Улар бер ай эсендә электрон почтаға йәки телеграмма-бот аша ебәрелә. Әгәр 2023 йылдың 23 майына тиклем ҡатнашыу тураһында сертификат килмәһә, 7 (347) 246-58-24 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

 

Сығанаҡ: bashinform.ru

Фото: edu.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас