

Йыйылғандар егеттәр,
Бары батыр кеүектәр.
Алдылар ҡулға ҡорал,
Киттеләр яуға улар.
Гармунсы ла бар бында,
Бейеүсе лә бар бында.
Ҡурайсы ла бар бында,
Кем генә юҡ һуң бында?!
Эх, егеттәр, егеттәр,
Бары батыр кеүектәр.
Күңелләнеп алайыҡ,
Күтәрелһен күңелдәр.
Эх, егеттәр, егеттәр,
Сая бөркөт кеүектәр,
Ҡаһармандай һуғышсы ла
Батыр беҙҙең егеттәр!
Бөрйән районының Яңы Усман мәктәбенә 85 йыл тулыуға арналған концерттан.
Видео: https://vk.com/video/@id388692514?z=video388692514_456239118%2Fpl_388692514_-2