

Унда төрлө мәктәптәрҙән һәм колледждарҙан 50-гә яҡын уҡыусы һәм уҡытыусы ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе - быйыл журналистика кафедраһы нигеҙендә үткәрелгән ижади конкурстар һәм олимпиадалар еңеүселәре. Фестивалгә шулай уҡ факультет студенттары һәм махсус ҡунаҡтар - журналистар, республика баҫмалары һәм телерадиокомпания мөхәррирҙәре лә саҡырылғайны.
Сараны асыу тантанаһында Өфө фән һәм технологиялар университетының уҡыу-методика эше буйынса проректоры Азат Булат улы Ғәлимханов, Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Әсхәт улы Ғәзизов, Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов сығыш яһаны. Артабан фестивалдең иң тулҡынландырғыс мәле - "Алға, йәш хәбәрсе!" эсселар конкурсының һәм журналистика буйынса олимпиада еңеүселәрен бүләкләү булды.
Быйыл бәйгелә республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан, шулай уҡ Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Красноярск крайынан, Татарстан Республикаһынан 800-гә яҡын уҡыусы ҡатнашты. Фестивалгә йәш хәбәрселәрҙең иң-иңдәре генә йыйылды.
Еңеүселәр дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды. Ул ғына ла түгел Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары ҡунаҡтарға сағыу концерт номерҙары ла бүләк итте.
Сараның тантаналы өлөшө тамамланғас, йәш хәбәрселәр "Бөгөнгө журналист ниндәй булырға тейеш?" тигән темаға арналған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты, республика киң мәғлүмәт саралары журналистарының сығыштарын тыңланы, мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны. Фестиваль "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр каналы һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһына ойошторолған экскурсия менән тамамланды.