

Быйылғы матур тамаша Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылына арналды. Концерт барышында «Тамыр» ойошторған «Уҡытыусыма» тигән иншалар конкурсында еңеүселәрҙе лә бүләкләнеләр. Улар – Белорет районы Инйәрҙәге 2-се мәктәптең III синыф уҡыусыһы Зөлхизә Йосопова; Ишембай районы Маҡар мәктәбенең II синыф уҡыусыһы Искәндәр Һиҙиәтов; Стәрлебаш районы Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәнов исемендәге Йәлембәт мәктәбенең VIII синыф уҡыусылары Дилә Аҡанаева, Юлиә Шәрипова, Айгүзәл Иҫәнсурина; Дәүләкән районы Ҡыҙрас мәктәбенең I синыф уҡыусыһы Эльза Шағаева; Күгәрсен районы Мораҡ башҡорт гимназияһының V «Г» синыфы уҡыусыһы Камил Николаев.
«Тамыр» йыр студияһында шөғөлләнгән төрлө йәштәге балаларҙың сығыштарын, «Сулпылар» телевизион йыр конкурсы еңеүселәренең йырҙарын, республиканың өлгөлө бейеү коллективтары бейеүҙәрен һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ. «Уйынсыҡ түгел» фильмында төп ролдәрҙе башҡарыусы йәш актёрҙар ҙа йырланы. Ә тәнәфес ваҡытында ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолдо.
Э. РӘШИТОВА.