+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Төрлөһөнән
11 Май 2023, 09:30

“Ҡарлуғасым”

Илгизә һәм Фәрит Алсыновтар бик матур башҡаралар. Әле һеҙгә  “Ҡарлуғасым” йырының һүҙҙәрен тәҡдим итәбеҙ. Гөлфиә Шәкирова һүҙҙәре, Флүрә Үҙәнбаева көйө.

“Ҡарлуғасым”“Ҡарлуғасым”
“Ҡарлуғасым”

Үҙәктәремде өҙҙөрөп,

Былбыл һайрай талдарҙа.

Яңғыҙ ҡарлуғас шикелле,

Һин йөрөйһөң ҡайҙарҙа?
Һин йөрөйһөң ҡайҙарҙа?

Ҡушымта:
Ҡарлуғасым булыр инем
Һандуғас булыр инем.
Ҡанат елпеп, наҙлап ҡына
Алдыңа ҡуныр инем.

Таныр инеңме микән шунда
Мин яныңа килгәндә?!
Башҡаны түгел, тик һине,
Өҙөлөп тә һөйгәнде?!
Өҙөлөп тә һөйгәнде?!

Ҡушымта: шул уҡ.


Мөхәббәт, мөхәббәт инде,
Былбыл йәнемде.
Йөрәк түрҙәренә үтеп,

Шатлыҡ итә таңымды.

Шатлыҡ итә таңымды.

Ҡушымта: шул уҡ.

Фото: И. Алсынова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас