+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Май 2023, 12:05

Халыҡ шағиры сайтының презентацияһы

Башҡортостандың Милли архивында билдәле шағир, ғалим-филолог, публицист, йәмәғәт эшмәкәре Рауил Бикбаевтың тормошо, ижтимағи, фәнни һәм ижади эшмәкәрлеге менән бәйле материалдарҙың мультимедиа архивы  — «Рауил Бикбаев» сайты менән таныштырыуға арналған тантаналы сара үтте. 

Халыҡ шағиры сайтының презентацияһы
Халыҡ шағиры сайтының презентацияһы

Республиканың төп архив учреждениеһына Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбаев, шағирә, Салауат Юлаев ордены кавалеры Тамара Юлдашева-Искәндәриә, шулай уҡ Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы мөдире, филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Бүләкова килде.

Тәүҙә ҡунаҡтарға Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығына арналған күргәҙмә менән танышыу мөмкинлеге бирелде. Ата-бабаларыбыҙҙың хәрби һәм хеҙмәт батырлығын сағылдырған бик күп документтар, фотоһүрәттәр һәм китаптар уларға ныҡ тәьҫир итте.

Һуңынан сара архивтың уҡыу залында дауам итте, унда Рауил Бикбаевтың шәхси архивындағы документтарҙан һәм китаптарынан күргәҙмә ойошторолғайны.

Күренекле шағир, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Рауил Бикбаевтың шәхси архивындағы документтарҙы архивҡа шағирҙың тормош иптәше Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы тапшырған. Фондта халыҡ шағирының ижади, фәнни, йәмәғәт эшмәкәрлеген сағылдырған материалдар, шул иҫәптән ҡулъяҙмалары, донъя күргән китаптары, фотоһүрәттәре тупланған.

Архивтың баш белгесе Руслан Сәйетғәлин Рауил Бикбаевтың сайты, уның бүлектәре менән таныштырҙы. Мәктәп уҡыусылары, студенттар, тикшеренеүселәр һәм шағирҙың биографияһы, ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн сайттағы документтарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.

«Рауил Бикбаев» сайты менәнһылтанма буйынса  танышырға мөмкин.

Сығанаҡ һәм фото: bash.bashinform.ru

Халыҡ шағиры сайтының презентацияһы
Халыҡ шағиры сайтының презентацияһы
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: