+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Май 2023, 14:40

25 йәше тулған булыр ине...

14 майҙа Башҡортостандың яратҡан яугире сая Фәнис Хөсәйеновтың тыуған көнө булған. Иҫән булһа, уға 25 йәш тулған булыр ине. Яугирҙең тыуған ауылында ошо ваҡиға айҡанлы хәтер кисәһе үткәргәндәр. Был турала үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов яҙҙы.

25 йәше тулған булыр ине...
25 йәше тулған булыр ине...

- 14 майҙа беҙҙең “халыҡ геройы” Фәнис Хөсәйеновҡа 25 йәш тулыр ине. Хәрбиҙең тыуған ауылында хәтер кисәһе үтте.

Фәнис Хөсәйенов – Рәсәйҙең һәм Тәтешле районының ғорурлығы. Бөгөн беҙ бөтәбеҙ ҙә уның ваҡытһыҙ үлемен ауыр кисерәбеҙ. Хәтер мәңгелек! Тыуған иленә һәм халҡына хеҙмәт итеү юлын һайлап, ул үҙен ҡорбан итте, тыныслыҡты үҙ ғүмере менән һаҡланы.

Фәнис мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә ҡаласаҡ, – тип яҙған ул.

 

Сығанаҡ: bashgazet.ru

Фото: userapi.com

25 йәше тулған булыр ине...
25 йәше тулған булыр ине...
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: