+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Төрлөһөнән
18 Май 2023, 06:15

Лицейҙа һабантуй гөрләне

Өфөнөң Мөхәмәтғәле Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында мәктәп һабантуйы үтте.

Лицейҙа һабантуй гөрләнеЛицейҙа һабантуй гөрләне
Лицейҙа һабантуй гөрләне

Барыһы ла ысын һабантуйҙағыса булды: көрәштеләр, арҡан тартыштылар, тоҡ менән һуғыштылар, көршәк ваттылар. Балалар, уҡытыусылар, атай-әсәйҙәр концерт номерҙары күрһәтте. Әсәйҙәр, өләсәйҙәр милли биҙәүестәр эшләү, башҡорт милли аштары әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

Һабантуйҙы баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәтенән етәкселәр ҙә килеп ҡарап, башҡорт лицейының ошондай матур саралар үткәреү буйынса һәр саҡ өлгө булыуын билдәләне, уларҙың эшен юғары баһаланы. Атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр ҙә байрамдан ҡәнәғәт ҡалды, белем усағы директоры Шәмсулла Хәбибулла улы Хәбибрахмановҡа ихлас күңелдән рәхмәт белдерҙе.

Ошондай уҡ мәктәп һабантуйы киләһе аҙнала Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында ла үтәсәк. Уны Калинин районы башҡорттары ҡоролтайы ойоштора.

 

Сығанаҡ һәм фото: kurultaibashkir

Лицейҙа һабантуй гөрләне
Лицейҙа һабантуй гөрләне
Лицейҙа һабантуй гөрләне
Лицейҙа һабантуй гөрләне
Лицейҙа һабантуй гөрләне
Лицейҙа һабантуй гөрләне
Лицейҙа һабантуй гөрләне
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас