-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Май 2023, 14:20

Хыялдарың тормошҡа ашһын, Мансур!

Мансур Маннанов Бәләбәй районы Приют ҡасабаһындағы 7-се мәктәптең XI синыфында белем ала. Уҡыу алдынғыһы ул.

Хыялдарың тормошҡа ашһын, Мансур!
Хыялдарың тормошҡа ашһын, Мансур!

Исеме лә ғәрәп теленән тәржемә иткәндә «еңеүсе» тигәнде аңлата бит. Тырыш егет, ысынлап та, бер ерҙә лә һынатмай. Маҡсатына ынтылыусан, үҙ фекере булған Мансур республика, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән олимпиада, конференция, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Еңеүҙәр яулап алған диплом, грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ. Район буйынса үткәрелгән сараларҙың алыштырғыһыҙ алып барыусыһы ла үҙе.
– Мин – күп балалы ғаиләлә иң өлкәне. Атайым – хирург, әсәйем – тәрбиәсе. Ә үҙемдең хыялым – хоҡуҡ яҡлаусыһы һөнәренә эйә булыу. Ғәҙеллек, дөрөҫлөк яҡлымын. Киләсәгемде хал­ҡым, республикам мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүҙә күрәм, – тип серҙәре менән уртаҡлашты был шәп егет.
Теләктәрең тормошҡа ашһын, Мансур! Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, күңелеңә оҡшаған һөнәр һайларға яҙһын!

Сәлимә ЗАКИРОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Бәләбәй районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: